

Эт эсенә һары май килешмәй, тигән шикелле, өлкән кешегә һимеҙ иттән бешерелгән аш бик ярап бармай шул. Әҙерәк ултыра бирә лә тағы сиҡылдарға тотона. Беҙ тегеңә аптырап ҡарап ҡуябыҙ ҙа, тағы эшебеҙ менән булышабыҙ.
Ашты мин бешергәйнем. Итен мул ғына һалғас тоҙлоҡло килеп сыҡҡан. Ғәҙәттә, бындай һурпаны ауыл халҡы, ҡоротлап, борослап эсә. Шул аш хеҙмәткәребеҙҙең күңелеңә тейҙе лә ҡуйҙы. Уф, Аллаҡайым, имен-аман ғына ҡотолһа ярар ине, тип ҡурҡа ла төштөм. Етмәһә, икмәкһеҙ-ниһеҙ һоғондо ла һоғондо, бахырҡай.
Тегегә ҡаты сәй эсереп, саҡ әҙәм итеп алдыҡ. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп, бала шикелле беҙҙән ҡарашын алмай. Өлкән кеше бала менән бер була, тиҙәр бит. Бына шул инде.
Көн кискә ауышҡас, хеҙмәткәребеҙҙең сиҡылдауы кәмей төштө. Бүтән бер нәмә алып килеп ашатһаммы, тип үҙемде үҙем эстән генә тиргәнем дә, йәһәт кенә кейенә һалып, ҡайтыу яғына ыңғайланым.
Л. МӘЖИТОВА.