Һин бит, ҡәйнәм, теге Маргарет Пычар кеүек. Юҡ инде “тычар” түгел, “Пычар”... Англия президенты кеүек, тим. Ну, Индира Гадина инде, ҡарап торғанда.
Ҡәйнәм, ҡара әле, әллә килеп китәһеңме, тим. Беҙҙең тарафтарҙа күптән булғаның юҡ бит инде. Ҡыҙың шашты бит, ҡәйнәм. Бына өйҙә бер нәмә эҙләп табырлыҡ түгел. Килеп, әҙерәк аҡылға ултыртып китһәң ине, тим. Юҡ, мине түгел, ҡыҙыңды. Ну, миңә, яратҡан кейәүеңә, яҡшыраҡ ҡараһын ине, тим. Үҙең ҡара тип, мин ни ҡарап торам инде ул. Эштән ҡайтҡас та ике күҙемде мөлдөрәтәп ҡарайым, ә ул арты менән йөрөп ята. Юҡ, тик ятмай, эшләп йөрөй.
Ну, уҫал, ҡәйнәм, ҡыҙың, уҫал! Һис кенә лә һиңә оҡшамаған. Һиңә етә буламы һуң? Әллә һинең ҡыҙың түгелме ул? Бәлки, берәй детдомдан алғанһыңдыр? Шул тиклем яуыз булмаҫ ине. Ҡыҙ сағында хатта матур ғына ине әле ул, аҡыллы ғына. Хәҙер төҫө-башы, ҡиәфәте үҙгәрҙе, аҡылы ла бөттө. Әллә бер-ике айға алып ҡайтып тораһыңмы? Миңә теге отпускы һымағыраҡ булып ҡалыр ине, ул китһә. Бигерәк йонсотто бит, ҡәйнәм, бына ҡаҡ һөйәккә ҡалдым. Килеп күрһәң, ҡурҡып китерһең әле, танымай.
Кил әле һин, ҡәйнәм, кил! Бөгөн үк кил, миңә бигерәк ауыр. Шуны ла онотма, ҡәйнәм, теге әсегән-сөсөгән, ыуынғандан, йыуынғандан ҡалған нәмәләрең һинең һәр саҡ була торған. Шуларҙы бер үк онотма инде, ҡәйнәм!
Рауил ҒӘЛИН.
Фото: papik.pro