Монти Пирс атлы кеше тимер аҡсаны ҡолағы ярҙамында 3 метр 31 сантиметрға сөйгән. Йәнә бер рекордсы тештәре менән ярты минутта 50 һыра шешәһәнең бөкөһөн ҡайырап асҡан. Минут эсендә 36 тараҡанды йотҡан Кен Эдварс иһә бөтә ватандаштарын да уҙҙырып ебәргән.
Иҫ китмәле исемдәр
Британияла йәшәүсе ата-әсәләр яңы тыуған балаларына ғәжәйеп исемдәр ҡушырға ярата. Икеа, Абрикос, Гамбургер, Карамель һәм Тормоз – бына ул исемдәрҙең ҡайһы берҙәре. Әммә атайҙарҙың береһе бөтәһенең дә моронона сирткән: ҡыҙына 21-А тигән исем ҡушып, шуны рәсми рәүештә теркәтеп ҡуйған.
Яндырыу менән янау
Румынияның Барлад ҡалаһы мэрын ут һүндергес баллон күтәргән ярҙамсыһы оҙатып йөрөй. Ҡала халҡы, мэрҙы ут төртөп яндырабыҙ, тип янағас, ана шундай янғындан һаҡланыу сараһын күрергә булды ул. Ә ниңә янаған һуң уға ҡала халҡы? Сөнки ҡала башлығы осһоҙ фатирлы йорттар төҙөүҙе туҡтатырға булған икән.