

Шул саҡ ағас араһынан:
– Йә, бына килдем, ни әйтерең бар? – тигән тауыш сыға.
Тертләп китеп әйләнеп ҡараһа-а-а, эре һөйәкле, ҙур кәүҙәле, һоро эшләпәһен бүреккә ауылда иң һуңғы булып алмаштырырға ғәҙәтләнгән Хәйҙәр ҡарт тора, ти. Ҡарттың ҡулында ҡомалаҡ тултырылған кәрзин.
– Бәй, һине саҡырамдыр шул, быҙауҡайымды, – тигән албыраған ҡатын.
– Аңлашылды. Әгәр ҙә мәгәр тағы ла шулай, быҙауыңды “Хәйҙәр” тип саҡырһаң, этемә һинең исемеңде ҡушам, – тигән дә китеп барған Хәйҙәр ҡарт.
Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.