

– Иҫәр, кеше ҡурҡытып шулай көләсе… Ут ҡабыҙғанһың икән, ҡомғаныңды ҡуя һал. Бушҡа газ әрәм итмә!
Миңзәлирә буш ҡомғанды газга ултыртты. Анил, ҡомғанды алып, уға һыу тултырҙы ла:
– Иретергә булдыңмы? Емереп ҡыйратырға һине ҡуш! –тип, сәй ҡайнатырға ҡуйып, өҫтәл янына барып ултырҙы.
– Бешерә беләм тинең дә баһаң, нишләп яңы тыуған кешеләй ҡыланаң? Сәйгә бәлешең дә юҡ.
– Хәҙер бөтә нәмә һатыла. Бар, магазиндан алып кил!
Тиҙ генә кейенеп, Анил магазинға сапты…
– …Коллегалар, кисә беҙгә комиссия килгәнен беләһегеҙ, белә тороп, башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләлә Марсовна мәктәпкә һуңлап килде. Улай ғына түгел, комиссия иң тәүҙә уның дәресенә инде. Һәм, күҙ алдына килтерегеҙ әле, ниндәй иҫкәртеү яҙғандар? “Уҡытыусының ҡулдарына ҡамыр йәбешкән. Шул ҡулдары менән уҡыусыларының башынан һыйпаны һәм башҡалар...” Иптәштәр, был ни эш? Оят бит! Маҡтаулы мәктәбебеҙгә тап төштө. Ләлә Марсовна ла иң яҡшы уҡытыусылар рәтендә ине. Аңлайым, биш баланы яңғыҙ тәрбиәләү еңел түгел… Тик нишләп тап шул көндө ҡамыр баҫырға кәрәк ине инде, ә, Ләлә Марсовна?
– Ғәфү итегеҙ, мин көн дә ҡамыр баҫам. Әммә шул көндә генә бәләкәй улым сирләп китте. Етмәһә, беҙҙең урамда утты һүндереп ҡуйҙылар. Ҡараңғыла балаларҙың береһен мәктәпкә, икенсеһен баҡсаға, тигәндәй, ә бәләкәсте әсәйемдәргә ауылдың икенсе осона йүгертеп алып барырға тура килде. Мин бит өлгөлө дәрес күрһәттем. Комиссия ағзалары хатта аҙаҡтан дәррәү ҡул сапты,.. – коллектив алдына сыҡҡан уҡытыусы ҡыҙарынып башын аҫҡа эйҙе.
Директор Миңзәлирә Хөбөдтин ҡыҙының аңлатмаһынан бер үҙе ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Өлгөлө икәнлегендә шигем юҡ. Ләкин беҙҙең коллектив тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙан тора, барыбыҙҙа ла – ғаилә, балалар. Беҙгә һеҙҙең аңлатмағыҙ кәрәкмәй. Шуны әйткем килә, иптәштәр, беҙ өйҙә – уңған хужабикәләр. Ә эштә – уҡытыусылар. Балалар беҙҙән үрнәк ала. Эйе, заманалар ауыр, үкенескә ҡаршы, беҙ уҡыусыларыбыҙҙы нисек итеп сәй ҡайнатырға, ҡамыр баҫырға ла өйрәтергә, хатта ки күрһәтергә лә тейешбеҙ. Улар беҙгә ҡарап киләсәк тормошҡа юл ала… Шуға, Ләлә Марсовна, һеҙҙең был ҡылыҡты буш ҡалдырмайбыҙ. Бәләкәй генә шелтә бирергә мәжбүрбеҙ. Һәм, зинһар, йыйылыштан һуң ҡалығыҙ әле, үҙегеҙгә генә әйтер һүҙем бар…
Һуңғараҡ, илауҙан шешенгән күҙҙәрен һөртә-һөртә директор бүлмәһенә Ләлә Марсовна килеп керҙе. Хужа кеше, уны йыуатып:
– Аңлайым мин һине, – тине. – Шелтәне хеҙмәт кенәгәһенә яҙмаҫмын. Тик һин, зинһар өсөн, миңә аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла бәлеш бешереп килтер йәме. Ирем, бешермәйһең тип, үҙемде ашап алып бара. Ә минең ундай оҫталығым юҡ. Тик бүтәндәргә өндәшмә. Уларҙың үҙ бурыстары бар, һин бер үҙең генә ғәйеп тоймайһың бында. Математика уҡытыусыһы өйөмдө йыйыштыра, биолог балаларыма бейәләй бәйләй. Физрук Әсмә айына ике ҡабат ҡунаҡҡа саҡырып һыйлай. Хеҙмәт уҡытыусыһы Гөлзирә, ҡорған-фәләндәр тегеп, үтекләп килтереп, элеп ҡайтты… Шуға күрә, ҡуй, илап ултырма. Тормош бит ул, ҡайсаҡ ҡулдарҙы йыуыу артҡы планға ла күсеп тора. Бөтәһен дә аңлайым мин. Һиңә ауыр бурыс ҡуйманым бит, эйеме? Барыбер көн дә ҡамыр ҡуям тиһең, хи-хи-хи…
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.