+15 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
10 Декабря 2022, 09:00

Балыҡ ҡап-ҡап

Ике алабуғаҮҙҡиммәте буйынса ике ала­буға (35 һәм 53 грамм) һатам. Сығымдар:– бензин – 335 һум;– балыҡҡа барыу өсөн поликлиниканан ауырығанлыҡҡа белешмә алыу – 1000 һум;

Балыҡ ҡап-ҡапБалыҡ ҡап-ҡап
Балыҡ ҡап-ҡап

– эшлектән сыҡҡан өс балансир – 450 һум;
– тишек тәгәрмәс, шиномонтаж – 200 һум;
– балыҡтан ҡайтҡас машинаны йыуыу – 300 һум;
– тиҙлекте арттырған өсөн штраф – 200 һум (100 һумын протоколһыҙ үҙемдә ҡалдыр­ҙым);
– ҡатынға сепрәк-сапраҡ алыр­ға (ләпелдәп ҡолаҡты тондор­маһын өсөн) – 3000 һум.
Йәмғеһе: 5485 һум. Сығымдар тулыһынса ҡапланмаһа ла... 5000 һумға бирәм.

Эштәр харап

Балыҡҡа барырға әҙерлән­гәндә үтә ныҡ иғтибарлы булыу талап ителә, сөнки, ғәҙәттә, ни­мәлер өйҙә мотлаҡ онотолоп ҡа­ла. Шуға күрә иң кәрәкле әй­бер­ҙәрҙе хәтерҙә тотоу фарыз.
Селәүсендәрҙе оноттоңмо? Юҡҡа иҫең китмәһен! Яр буйы тулы, ҡаҙып ҡына алаһы. Ҡармаҡ сыбығың тороп ҡалғанмы? Ҡара ҡайғыға батма, яр буйында үҫкән талдарҙың иҫәбе-һанына сығыр­лыҡ түгел, теләгәнен ҡырҡып ал да рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡла! Ә бына араҡы алырға онотһаң, эштәр харап! Йылға йәки күл буйында көмөшкә аппараты яһарға бер нәмә лә табып булмай.

И. САБИРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас