+26 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
13 Декабря 2022, 06:00

Шарлотка

– Алло, Тәнзилә, сәләм!– Сәләм, Мәүсилә!– Былтыр Яңы йылды ҡаршылағанда шарлотка ашатҡайның, тәме әле лә тел осомда тора. Шуны бешерергә өйрәт әле. Яңы йылда егетем менән бу­ласаҡмын, уға ла тәм­ләт­кем килә.

ШарлоткаШарлотка
Шарлотка

– Берәр стакан шәкәр һәм он, өс йомортҡа, алманы турап табаға һа­лырға.
– Ә һөт?
– Беҙ һөтһөҙ яһайбыҙ.
– Ишетмәнем, күпмерәк алырға?
– Мин ҡайҙан беләйем! Беҙ һөтһөҙ яһайбыҙ, тим дә баһа.
– Ә стакан... ҙурмы әллә бәләкәйме?
– Ғәҙәти стакан.
– Йомортҡа ниндәй диа­­метрҙа булырға тейеш?
– Ғәҙәти, ғәҙәттәге та­уыҡ йомортҡаһы.
– Ҡамыр шыйыҡ бу­лыр­ға тейешме? Әллә ҡу­йымы?
– Шыйыҡ.
– Ныҡ шыйыҡмы?
– Белен ҡамырынан саҡ ҡына ҡуйыраҡ.
– Ә таба ниндәй диа­метрҙа?
– Ҡайҙан беләйем, те­ләһә ҡайһыһы ярай.
– Ә-ә-ә, аңланым, ә һу­ңынан ҡапҡас менән ябырға ла утҡа ултыр­тырғамы? Шулаймы?
– Бәлеште быҡтырмай­ҙар, уны духовкаға ҡуя­лар.
– Шулаймы ни??? Күпме тоторға?
– Егерме биш минут тирәһе.
– Ә-ә-ә, аңлашылды, ысынлап та духовкағамы?
– Бәлеште быҡтыра бе­ләһең икән, быҡтыра бир.
– Тәнзилә, алманы бә­лешкә һалыр алдынан уны бешерергә кәрәкме? Шулаймы?
– Уны ни өсөн беше­рергә? Шул килеш табаға-а-а...
– Ысынлап та, шул килешме?
– Эйе, эйе, эйе-е-е...
– Йә, ярай, аңланым шикелле. Рәхмәт! Ой, тағы ла бер һорау... Ә һөттө күпмерәк алырға?

– Аңра, мейемде серет­тең дә баһа?! Билмән һат та ал...

Ә. ЗӘЙНУЛЛИНА

Автор:
Читайте нас