+16 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
15 Декабря 2022, 04:00

"Китайский"

Өс йәше тулғас, Әмир үҙенә кәрәк әйберҙәрҙе үҙе һайлап ала башланы. Тәүҙә атаһы менән әсәһе быға иғтибар бирмәгән, өләсәй, ҡартаталары менән мага­зинға йыш йөрөгәс кенә аңлап ҡалдылар. Шунан атаһы:– Хәҙер бөтә нәмә китайский, бик насар, балаларға уны тоторға, уйнатырға ярамай. Сирләп ҡуйыуың бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Китайский""Китайский"
"Китайский"

Шунан һиңә укол ҡаҙарға тура киләсәк. Кәрәк әйберҙе мин үҙем генә һатып алырмын, – тип аңлатты. Малай ризалашты. Уның аңлауынан файҙаланып, өлкәндәр кәнфит-шоколад, туңдырма кеүек тәм-томдарҙы ла ”китайский” тигән ярлыҡ аҫтына индерер булды. Хәҙер Әмир үҙенә оҡшаған берәй нәмә күрһә, иң тәүҙә:
– Был китайскиймы? – тип һорай.
Шулай бер көн ҡунаҡҡа Әлиә апай Тимур улы менән килде. Әмир үҙ ҡунаҡсыллығын күрһәтеп, Тимур алдына китаптарын, уйынсыҡтарын сығарып теҙҙе. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ, күҙҙең яуын алырҙай матур итеп биҙәлгән әкиәт китаптарын күргән Тимур әсәһе янына йүгереп килде лә:
– Әсәй, ҡара әле, быларҙа “китайский” китаптар күп икән, уларҙы тоторға яраймы? – тип һорап ҡуйҙы…

Рәзилә ИШБУЛДИНА.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас