+3 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
15 Декабря 2022, 09:00

Һут

Һут етештереүсе предприятиела студенттар практика үтә. Баш технолог уларға етештереү үҙенсәлек­тәре тураһында һөйләй:– Шулай итеп… Беҙгә бер литр һут алыу өсөн сама менән 2,5 килограмм ҡы­ҙыл алма талап ителә. Саҙрыев, һин алма алып килдеңме?

Добавить в предпочтительные источники Google
ҺутҺут
Һут

– Килдем!
– Хәҙер уларҙы йыу ҙа, киҫәктәргә бүлгелә.
– Шунан унан һут яһай­быҙмы?
– Юҡ, коньяк эскәс ҡа­бып ҡуябыҙ!
Барыһы ла:
– Ә һут?
Баш технолог:
– Ә һут өсөн бына был мискәлә арзан ҡытай концентраты бар, һыуҙы дөрөҫ ҡушырға ғына кәрәк.

И. ФАЯЗОВ.

Пин-код

Банкта эшләйем. Бер ваҡыт өлкән йәштәге ҡа­тын­ға банкоматтан аҡса алырға ярҙамлаштым. Уның менән баҫып торабыҙ, карточканы банкоматҡа нисек ҡуйырға икәнен күрһәтәм, ә күрше банкомат эргә­һендә бер егет аҡса ала.
– Хәҙер пин-кодты инде­регеҙ.
– 5568, – тип ҡысҡырып әйтте ҡатын.
– Ниңә уны миңә әйтте­геҙ, етмәһә, ҡысҡырып. Был бит һеҙҙең аҡсаға юл асыу тигән һүҙ. Кемдер ишетеп ҡалып, файҙаланһа?
– Ә нимә? – тип аптыраны ҡатын. – Һеҙ бында эш­ләйһегеҙ ҙә баһа, файҙа­ланмаҫһығыҙ, тип уйлайым.
– Юҡ, әлбиттә, ләкин…
– Ә мин файҙаланам! – тине шул ваҡыт теге егет. Шунан күҙҙәрен аҡайтты. Һа­һыл­дап көлгәс, картаһын алды ла сығып китте. Ә беҙ баҫып ҡалдыҡ. Ҡатын миңә ҡалтыранған тауыш менән:
– Был һандарҙы алмашты­рырға буламы? Тик шым ғына, бер кем дә ишетмәһен, – тип инәлде.

Ә. ШӘЙҘУЛЛИНА.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас