

Әйткәндәй, хаҡтар ҡулдан яҙылғайны. Бер килке уйланып торғас, йөҙөктәге хаҡ алдына “1” һаны өҫтәне. Йәғни йөҙөктөң хаҡы 1700 һумға әйләнде. Ир ҙур ҡәнәғәтлек менән ручканы һатыусыға кире ҡайтарҙы. Йөҙөктө ҡапҡа һалғас, хаҡ күрһәтелгән ҡағыҙҙы өҫтөнә ҡуйҙы. Аҙаҡ ғорурлыҡ менән сығып китте. Минең иһә ирҙең йомартлығына эсем көтөрләне. Тағы ла, уны ҡыуып етеп, “1” урынына “2” тип яҙһаң, сәпсим иҫ китерлек булыр ине, тип әйткем килде.
А. АҠКӨСӨКОВА.
Фото: flomaster.club