+23 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
18 Декабря 2022, 09:00

Иҫәүән ғашиҡ

Минең ике дуҫым бар. Улар аралашмай, бер-береһен минең аша беләләр. Эдуард – ҡарт буйҙаҡ, әле булһа икенсе яртыһын эҙләй. Ике тапҡыр тапты, ниңәлер борсаҡ­тары бешмәне. Ләкин танауын төшөрмәне, донъялағы иң сибәр ҡыҙ менән ғаилә ҡорорға хыяллана.

Иҫәүән ғашиҡИҫәүән ғашиҡ
Иҫәүән ғашиҡ

Ильястың өйләнгәненә биш былтыр, ҡатыны менән ике бала үҫтерәләр. Осрашһаҡ, Эдуардтан көлөп туй­май, ҡасан туйыңа саҡыраһың, тип тегенең йәненә тейә.
Яңы йыл алдынан табын ҡорҙоҡ, унда дуҫтарым да ҡатнашты. Эду­ардтың нимәлер һөйләргә теләүе йөҙөнә яҙылғайны.
– Әллә тағы ла таныш булмаған ҡыҙға юлыҡтыңмы? – тип һораным.
– Тап өҫтөнә баҫтың, – тине ул, тулҡынланып. – Һин әйткәнсә, та­ныш булмаған, матурҙарҙан матур ҡыҙға. Эштән ҡайтырға сыҡҡас, туҡталышта эт етәкләгән ҡыҙҙы күрҙем. Мин уны шунда уҡ оҡшат­тым! Тик ул үкһеп илай ине. Ашыҡһам да, тынысландырырға булдым. Магазинға инеп, ҙур гөлләмә алдым да ҡулына тоттор­ҙом. Беләһегеҙме, уның күҙҙәре ниндәй! Мин ундай күҙҙәрҙе ғүмеремдә беренсе тапҡыр күрҙем.
– Артабан ни булды?
– Бер нәмә лә. Минең уның менән һөйләшеп торорға ваҡытым юҡ ине. Автобус килгәс, ултырҙым да киттем. Һуңынан эт менән булғас, ошо тирәлә йәшәйҙер, тип уйла­ным. Күпме генә эҙләһәм дә, ҡабат осратманым.
Смартфонында нимәлер эҙләгән Ильяс ул һөйләп бөткәс, аппаратты Эдуардҡа бирҙе. Экранда – ике ҡыҙҙың фотоһүрәте.
– Был ул! Ул! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Эдуард. – Ильяс, һин күрә­ҙәсе! Һин уны ҡайҙан беләһең? Бында ул кем менән?
– Минең һеңлекәшем менән. Был – Ирина, һеңлемдең әхирәте.
– Нисек башыңа килде? Ул минең хаҡта һөйләнеме? Ул мине хәте­рендә ҡалдырғанмы? Быны онотоп булмай, тип әйттем дә баһа, тимәк, мин уға оҡшағанмын.
– Һине оноторһоң онотмай ни, – тип раҫланы Ильяс. – Ул этте ветеринарға алып барған, ҡайтып килгәндә сумкаһын тартып алған­дар. Бер тин аҡсаһыҙ тороп ҡалған, сумкала телефон менән документ­тары ла булған. Өйгә нисек ҡайтып етәйем икән, тип ҡайғырып илаған. Шунда һин килеп сәскә бирәһең дә таяһың. Йүнле әҙәм өйөнә ҡайтарып ҡуйыр, һис юғы, шылтыратырға телефонын биреп торор ине. Сәскә урынына аҡса бирһәң, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Һуңынан ул гөлләмәне кире алырға һатыусыны көскә күндергән, инәлә-ялбара юллыҡ аҡса алған. Эйе, ул һине көн дә иҫенә төшөрә, донъяла шундай иҫәүәндәр ҙә була икән, ти.
Телдән ҡалған Эдуардҡа бер килке ҡарап торғас, Ильяс мығырлап ҡуйҙы:
– Телефонын яҙып ал...

У. БАЙМӨХӘМӘТОВ.

Фото: ru.freepik.com

Автор:
Читайте нас