+23 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
18 Декабря 2022, 05:00

Яңы йыл ите

Яңы йылға бер нисә көн ҡал­ғас, ауылдан шылтыратты­лар:– Башмаҡ һуябыҙ, ҡайтып ит алып кит.Һуғым ашына ҡалып торма­ным, юлға сыҡтым. Ҡалаға етергә күп тә ҡалма­ғайны, һәр ваҡыттағыса, гаишниктар туҡтатты. Йәш кенә сержант документ­тарымды тикшергәс, багажникты асырға ҡушты.

Яңы йыл итеЯңы йыл ите
Яңы йыл ите

Ҡарышып торманым, астым. Ә унда... ит! Гаишниктың ба­шына ниндәй уй килгәнен белгегеҙ киләме? Эйе-эйе: Яңы йыл... Ит... Бушҡа...
– Ҡайҙан алдың? Иткә документың бармы? Бәлки, урлағанһыңдыр?
– Байрамға тип атайым бирҙе. Бөгөн генә һуйҙыҡ. Күрмәйһеңме ни, туңып та өлгөрмәгән.
– Әйҙә әле, посҡа инәйек, итте ҡай­ҙан алғаныңды шун­да асыҡларбыҙ.
Сержант еңемдән тартырға тотондо, ә минең ингем кил­мәй. Тамсы ла. Унан тиҙ генә сығып булмаясаҡ. Шуға күрә тоттом да әйттем:
– Командир, теләйһеңме, мин һиңә ит бирәм. Шунан беҙ диңгеҙҙәге караптар һы­маҡ икебеҙ ике яҡҡа китәбеҙ. Ризаһыңмы?
Риза булмаған ҡайҙа! Бейә­ләйен һалды ла пакеттарҙы асып ҡарай башланы. Байтаҡ маташҡас, береһен багажник­тан алды.
Үҙемде тыныс тоторға ты­рышһам да, өйгә ҡайтып ет­кәндә лә асыуым баҫылма­ғайны әле. Машинаны подъ­езд алдына ҡуйҙым да багаж­никты асһам, бейәләй ята. Теге ҡәһәр һуҡҡыр ментты­ҡы! Кәйефем шунда уҡ кү­тәрелде. Мин генә түгел, сер­жант та зыян күргән, йәнәһе. Бейәләйҙе сүп-сар һауытына ташларға тип ҡулыма алғас, кейеп ҡарамаҡсы булдым. Бәлки, миңә тамандыр? Ҡу­лымды тыҡһам, унда... ҡағыҙ аҡсалар! Йөҙлөктәр, бишәр йөҙлөктәр. Араларында ме­ңәр­лектәре лә күренә. Һана­ғас, шатлығымдан үрле-ҡыр­лы һикергем килде. Былай булғас, мент ришүәтте ит ме­нән алмаған, ә уны һатып алған була түгелме һуң? Етмә­һә, һәр килограмын баҙар хаҡынан биш-алты тапҡырға арттырып.
Һуңынан миңә былай тип аңлаттылар: мент үҙҙәренең түрәләренә аҡса менән тотол­маҫ өсөн кеҫәһенә һалмаған, ә бейәләйенә йыйған. Ул-был була ҡалһа, уны ырғытыуы ҡы­йын түгел дә баһа.
Бына шулай Яңы йыл ал­дынан итле лә, аҡсалы ла бул­дым.

Р. ШӘЙХУЛЛИН.

Фото:umoritelno.com

Автор:
Читайте нас