+14 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
19 Декабря 2022, 08:00

Минең ирем...

...бер ваҡытта ла бер нәмәне лә ташламай. Өй йыйыштырғанда бер ҡап автобус билеттары таптым. Өс йыллыҡ. Ташларға теләгәйнем, үпкәләне: был билеттар менән ул миңә осрашыуға йөрөгән икән. Ғүмер буйы һаҡлаясаҡмын, ти. Ул хатта торттан бушаған ҡапты һаҡ­лаған. Тортты беҙ ике йыл элек әрләшеп ярашҡандан һуң аша­ғайныҡ.

Минең ирем...Минең ирем...
Минең ирем...

...өйләнмәҫ борон ойоҡбаштарын былай йыуған. Һыуҙан бушаған һауытҡа (алты литрлы) эҫе һыу тултырған да, ике ҡалаҡ порошок өҫтәгәс, ойоҡбаштарын һалған. Һауыт көнө буйы машинаның ба­гажнигында йөрөгән. Һуңынан сайҡап ҡуяһы ғына ҡала, ти.
...йөндән бәйләнгән йылы та­почкалар кейеп йоҡлай. Уңайлы, ти. Был минең йәнемде көйҙөрмәй.
...ботинкаһының бауын бәйләргә йәки ысҡындырырға эйелгән һайын сөскөрә. Сөскөргән һайын “Йәр­хәмбикалла!” тип әйтергә ҡуша. Утыҙ йыл буйына көн дә ун тапҡыр.

Р. КАМАЛОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас