

Һәм йорттағы 15-тән 60-йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙың барыһы ла тигәндәй был был сәләмдең үҙенә булыуын теләне. Ҡайһылары хатта үҙенә генә тәғәйенләнгәненә инанды. Ә инде булыуын теләп тә, булмаҫын белгәндәре, шундайҙы булдырырға тейеш булып та булдырмағандарҙың мейеһен сүкене:
– Ҡатынын ҡәҙерләй белгәндәр шулай итә!
– Кем ҡатынына тигәнде ҡарға яҙып йөрөһөн? Үҫмер балаларҙың эше был, – тип аҡланды тегеләре.
– Әлбиттә! Һинең бит үҫмер балаларҙай ҙа аҡылың юҡ, – тип ныҡышты ҡатындары.
– Мин һиңә “яратам” тип әйткәнем юҡмы ни? – тип ҡасандыр бик борон заманда яңылышмы әллә хистән иҫерепме әйтеп ысҡындырғанын хәтерләтергә тырышты ире. Баш осонда ҡуйыра барған болоттар бына-бына янъял ҡубырын иҫкәртте.
Ҡайһы бер нескә күңелле ҡатындар тәҙрәнән ҡарап ауыр һуланы. Уларҙың күкрәк төбөнән сыҡҡан был “аһ”ын көнсөл ирҙәре ишетеп ҡалды ла, сыра булып ҡабынды:
– Нимә? Кемде онота алмайһың? Шул яҙғанмы? Шулмы?
– Кем? – ҡатындар нәфис ҡулдарын күкрәктәренә баҫып әртистәрсә аптыраны.
– Кем булһын – шул!
– Юҡты һөйләмә. Мин инде уның төҫөн дә иҫләмәйем.
– Иҫләмәһәң тәҙрә төбөнә яҙыу ҡалдырмаҫ ине! Әйт ҡайҙа йәшәй, хәҙер барып...
– Етәр! Һин минең йөрәгемде әрнетәһең...
Яңы ятҡан ҡарҙы туҙҙырған ел бына-бына буран сығырын аңғартты.
Ҡыҙҙар егеттәренә, егеттәр ҡыҙ-ҙарына смс яҙҙы:
– “Алтыным, яратам” тип яҙғандар.
– Кем яҙған?
– Әллә...
– Һиндер, тиһәм...
– Һин миңә хыянат итәһең?
– Һин миңә шундайҙы яҙмайһың!
– Һин...
Телефондар ныҡ баҫып һүндерелә...
Кискә ҡарай теге яҙыуҙы ҡар ябып китә. Хәҙер инде биш ҡатлы йорттоң кешеләре күпме генә ынтылып ҡараһа ла ул яҙыуҙы таба алмай. Улар шул һүҙҙәрҙе ни эшләптер тыштан эҙләй, ә эстән, күңелдәренән эҙләргә икәнде белмәй.
Сәйҙә ҒАРИПОВА.