+14 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
26 Декабря 2022, 06:00

Оло үҙгәрештәр

– Ишеттегеҙме яңылыҡты?! – Баш мөхәррир Заманов редакцияға ишекте тибеп асып килеп инде. Компьютер артында ултырған башҡа ике хеҙмәткәр берәм-һәрәм баштарын күтәрҙе. Район хакимиәтендәге ултырыштан эшенә йүгергән Заманов тынын рәткә килтерә алмай бер нисә секунд ыһылдап тора бирҙе.

Оло үҙгәрештәрОло үҙгәрештәр
Оло үҙгәрештәр

– Йә?! – тине түҙмәй яуаплы сәркәтип Дәүермәнов.
– Ишеттегеҙме? Район башлығын алып ташланылар! – тип саҡ әйтә алды Заманов
– Йә! Хоҙай! Ысынмы? – тип ышанманы хәбәрсе Бахырбаев.
Әле генә Заманов нимә әйткәнен тын алырға ла ҡурҡып көткән коллектив жыу килеп гөжләп китте.
– Ысын! – тине Заманов, ант иткәндәй тешен дә сиртте.
– Ишетте Хоҙай беҙҙең доғаларҙы! Ниндәй ҡыуаныс! Ниндәй шатлыҡ! – Дәүермәнов хатта ҡул сапты.
– Ҡотолдоҡмо? Ҡотолдоҡмо? – Бахырбаев ышана алмай аҙаплана. Заманов йәһәт кенә редакция ишеген япты. Шунан ғына:
– Йәшәйбеҙ улай булғас, иптәштәр! Йәшәйбеҙ! Күпме түҙҙек былай ҙа! – Өҫтәлгә йоҙроҡ менән һуғып ебәргән булды. – Инде бөтә биттәрҙе уның менән тултырырға тура килмәйәсәк! “Башлыҡтың офлайн сәхифәһе” тимәҫтәр инде гәзитебеҙҙе!
– Амин! – Дәүермәновтың шатлығы эсенә һыймай, бүлмә буйлап йөрөй башланы. – Башына еткәстәр һәйбәт. Күпме урланы, күпме ришүәт алды...
– Эй! Белмәгәнеңде ипләп һөйлә, – Заманов коллегаһын ғәҙәтенсә тыйғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Һин нимә? Хәҙер һөйләһәң дә була! – Дәүермәновтың теле ысҡынды. Эсендә тоторға уйламай ҙа. – Ана мәҙәниәт йортон ремонтлаған булды. Ҡыйығы тәүге ямғырҙан һуң аҡты. 15 миллионлыҡ ремонт та тимәҫһең...
– Уҡытыусылар еңел тын алып ҡала инде, – ҡыйыуһыҙ ғына итеп Бахырбаев ҡатыны өсөн ҡыуанды. – Атыу һабантуй булһа ла, митингы булһа ла, өмә булһа ла шуларҙы өйөрө менән ҡыуып алып сығалар ине...
– Эйе шул, – сараларҙа гел башлыҡ артынан көтөк һымаҡ эйәреп йөрөгән Заманов раҫланы. – Байғош балалар, ауылға башлыҡ килә тип ямғыр булһа ла, буран булһа ла шиғыр ятлап ҡаршы ала...
– Лагерь директоры байрам итер инде! Атыу Өфөнән ҡунаҡтар килһә, һырылышып шунда баралар ҙа йөрөйҙәр инде, – Бахырбаев ҡыйыулана төштө. – Ул “текә-текә” кешеләргә ярап буламы? Уныһын бешер, быныһын ойоштор, мунсаһын яҡ...
– Ул ғынамы! Фермерҙарға байрам! Уңыштарының яртыһын бир, байрамдарҙа бағымсы бул, ҡорбан сал, – гел ауыл хужалығы тураһында яҙған Дәүермәнов фермерҙар өсөн ҡыуанды.
– Силсәүиттәр ҡайһылай шатланды унда! – Йыйылышта булған Заманов үҙ күҙҙәре менән күргәнде һөйләне. – Атыу ай һайын бюджеттарынан конвертҡа унышар мең һалалар ине...
Редакцияла эш бер көнгә туҡталып ҡалды. Гөр килеп һуңғы ун йылды хәтерләнеләр. Һәр һөйләм аҙағында улар: “Йәшәйбеҙ! Улай булғас йәшәйбеҙ!” – тип өҫтәргә лә онотманы. Урынынан киткән башлыҡтың һүгеүҙәрҙән һул ҡолағы сыңлағандыр инде...
Был оло үҙгәреш ҡыуанысы теүәл бер айға етте. Сөнки теүәл бер айҙан министрлыҡтан тикшереү килеп төштө. Кемдең нисек йәшәүе шунда асыҡланды инде. Министр тигәндәре – әлеге лә баяғы элекке район башлығы булып сыҡты...

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас