

2. “Мимоза” салатында – йыл яңы танышлыҡтар вәғәҙә итә, бәлки, 8 Мартта уҡтыр.
3. “Тун аҫтындағы селедка” салатында – йыл йүнле нәмә әшкәртмәй, быйыл ҡатыныңа барыбер тун һатып алырға тура киләсәк.
4. Диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсалары салатында – курортта онотолмаҫ роман көтә.
5. Тауыҡ ите ҡушып яһалған салатта – бүлеккә түрә итеп ҡуясаҡтар.
6. Диңгеҙ ҡыҫалаһы салатында – алыҫҡа йөҙөп йөрөү капитаны буласаҡһың.
7. Тоҙланған бәшмәктәр йәки ҡыярҙа – эш хаҡын күтәрмәйенсә тағы ла бер йыл элекке вазифаңда маринадлаясаҡтар.
8. Эҫе ашта – һин ауылдың беренсе егете!
9. Тортта – сит илгә сығасаҡһың.
Яҙа атып, бер ҡайҙа ла эләкмәгәнһең икән, йылға күрәҙәлек итеүҙең мәғәнәһе юҡ. Үҙеңә үпкәлә.
ЮЛАМАН.