+27 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
28 Декабря 2022, 12:00

Бәйләнсек

Ҡатыным ике аҙнаға ши­фанахаға китте, өйҙә улым менән икебеҙ генә ҡалдыҡ. Ҡайтыу менән бәйләнергә тотондо. Юҡ, беҙ, әлбиттә, фәрештәләр түгел. Ләкин уның ҡушҡан­дарын үтәнек.

БәйләнсекБәйләнсек
Бәйләнсек

Ҡайһы берҙә...
Гөлдәргә лә һыу һиптек.
Онотҡанда бер булһа ла...
Кәстрүлде лә йыуҙыҡ.
Аш бешерер алдынан...
Иҙәндә лә сүп-сар юҡ.
Диван менән карауат аҫтарын иҫәпкә алмағанда...
Башҡаларын да эшләнек.
Булдыра алғанса...
Әммә ул барыбер бәй­ләнә. Беҙ иһә бәхәсләш­мәйбеҙ, уның хаҡлы икән­леген аңлайбыҙ, шунда уҡ төҙәлә башланыҡ. Улым гөлдәргә һыу һибә, мин һауыт-һабаны йыуам. Ул бер нисек тә тыныслана алмай. Улым түҙмәне:
– Әсәй, һин беҙгә оҙаҡ­ҡамы? – тип һораны.
Бәйләнеү шунда уҡ туҡ­талды.

А. БИКБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас