

– Полиэтилен ҡапсыҡтар ҡайҙа? – тип ҡыҙыҡһына ул иренән.
– Әгәр ҙур ике ҡапсыҡты күҙ уңында тотһаң, һине көткән арала уларҙы сүп үткәргескә ташланым, – тип яуаплай ир.
Ҡатын бер килке иренә аптырап ҡарап торғас, күҙ йәштәренә төйөлөп былай ти:
– Ҡапсыҡтарҙа бер нисә төрлө салат, ҡойҡа, бер шешә коньяк барлығын белмәнеңме ни?
– Ҡапсыҡтарҙың ауыҙы бәйләнгәйне (ҡатын торт менән ҡойҡа бергә ҡушылмаһын өсөн шулай эшләй), сүп-сарҙыр, тип уйланым.
– Ошондай ҙур ҡапсыҡтарҙы тар ғына торбаға нисек тыға алдың?
– Аяҡ менән ярҙам итергә тура килде…
М. ӘҒЛӘМОВ.
Килмәнеләр
Яңы йыл алдынан атайымдың коллегаһы эшкә һуңлап килгән. Ике сәғәткә…
– Төндә ирҙәр менән урманға шыршыға барҙыҡ, – тип һөйләгән ул. – Иң ҡупшыларын һайлап ҡырҡтыҡ, һөйрәйбеҙ… Көтмәгәндә ҡаршыбыҙға менттар килеп сыҡмаһынмы! Шыршыларҙы ҡайҙан алдығыҙ, тип бәйләнәләр. Башҡалар шөрләне, ә минең, үҙебеҙҙең өй алдында үҫеп ултырған шыршыларҙы ҡырҡтыҡ, тип әйтергә башым етте. Менттар, әлбиттә, ышанманы, адресымды яҙып алды. Шул тиклем ныҡ ҡурҡтыҡ, төнө буйы теге шыршыларҙың төпһәләрен өй алдына күсереп ултырттыҡ. Ә ер туң. Менттар иһә килмәне…
И. ЙӘМИЛЕВ.