+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
31 Декабрь 2022, 15:00

Алдай белмәгән Алдар

Альберт менән Дарин­а­ның берҙән-бер улы Ал­дар­ҙы әрмегә алып китте­ләр. Тыныс урынға эләкте былай, Аллаға шөкөр. Шулай ҙа китә киткәнсе һәм барып еткәнсе әсәһен көй­ҙөрҙө генә. Тегеһе энә өҫтөндә йөрөгән һымаҡ хис итте үҙен.

Алдай белмәгән Алдар
Алдай белмәгән Алдар

Тәүҙә Өфөгә килгәс тә, беҙҙе Көнсығыш урамына килтерҙеләр, тип хәлен белдертте. Дарина баш ҡаланы яҡшы белә, унда университетта уҡыны. Ул урамда Рәсәйҙәге иң ҙур психиатрик дауалау ойошмаһы урын­лашҡан. Ҡала урамының бер йорттан ғына тормағанын яҡшы аңлаһа ла, иренең унда, етмәһә, призывниктарҙы туплау пункты бар икәнен һөй­ләүен ҡолағына ла элмәне тәүге ваҡыт. Улдары часҡа ебәргәнсе бер аҙна ятты унда. Шул саҡта йыш шылтырата торғайны. Барған көндө шулай:
– Иртәгә беҙҙе Һуғыш­станға ебәрергә тейештәр, – тип әйтеп ташлама­һынмы. Ебәр­мә­неләр. Бер- ике көндән:
– Ана, Яулыилгә алырға килгәндәр, кисен поезд, – тигән хәбәрен дә ишет­теләр. Алманылар. Хәҙерге йөрөгән урынына ебәрер алдынан:
– Әсәй, атай, Бөттөбаш өлкәһендә хеҙмәт итергә мөмкинлек бар, – тип һөй­ләнде малайҙары. Эләк­мәне.
Хәҙер ҙә биш-алты көн һайын булмаһа ла, аҙнаға бер тапҡыр тигәндә телефондан шылтыратып хәлен белдереп тора улдары, рәхмәт яуғыры.
Бөгөн дә күптән көткән моңло шылтырау ишетел­гәс, Алдар бер-ике һүҙ генә һөй­ләне лә:
– Ваҡыт тар, мунсаға китеп барам, – тип хәбәр итә һалды.
– Мунса ла индерәләр икән шул, – тигән булды үҙенә асыш яһап әсәкәйе.
– Көн аша йөрөйбөҙ, – тине улы, – пока һыу бар саҡта. – Һәм быныһын артығыраҡ ысҡындыр­ға­нын аңлап туҡтап ҡалды. Ләкин Дарина быны­һын ишетмәне, буғай, шулай ҙа балаһының бәләкәй саҡта бер тапҡыр мунсанан һуң ауырып киткәнен хәтерләп, былай ҙа тотоуы уңайһыҙ һуҡа ҙурлыҡ телефон быя­ла­һына йәштәрен тамыҙа-тамыҙа балауыҙ һығырға тотондо. Иренә уны тыныс­ландырып һәм телефонды нығыраҡ тотоп ҡатыны янына яҡыныраҡ ултырыр­ға тура килде.
– Оҙаҡ ултырма, балаҡа­йым, мунсала һөрөм-фә­лән теймә­һен башыңа, – тип әйтеп ҡалырға ашыҡты әсә кеше. Теге ваҡытта, мунса артында беренсе тапҡыр тәмәке тартып ҡара­ғандан һуң, хәле насарайып киткәнен аңлаған Алдар хәбәрен оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа тырышты, шулай ҙа әсәһен тынысландырыу өсөн:
– Ниндәй һөрөм? Бында тәҙрәһе ҙур, ярты стена ҙурлыҡ, – тип аңлатты.
– Ҙурмы ни шулай? – Әсәнең үҙенең күҙҙәре ярты стена хәтлем булғас, уның иҫенә малайының бармағын быялаға киҫкән ваҡыты килеп төштө.
– Стена янында ултырма, улым, тәҙрә ватылып китеп өҫтөңә килеп төшмәһен, – тине Дарина өңөрәүен дауам итеп.
– Ниндәй быяла булһын унда, хатта рамы ла юҡ, – тип шарҡылдап көлөп ебәр­ҙе Алдар, – унан тәүлек әйләнәһенә саф һауа ғына өрөп тора.
– Уф, Алла, туңаһығыҙ ҙа инде бындай ҡыш урта­һында,– быныһында әсәй кеше улының бер заман өшөгән танауын йәшле күҙҙәренең уңында тота ине. Бер саҡ шулай аҙ ғына тыштан танау осо ҡыҙарып кергәс, йәне сыға яҙҙы.
– Ике крандан да ҡайнар һыу өҙөлгәне юҡ.
– Эй, Хоҙайым, бешеп кенә ҡуймаһа ярар ине, нисек йыуынаһығыҙ? – тине Дарина танауын мыш-мыш тартып, сөнки Алдарының ҡояшҡа бешкән беләктә­рен дә онотмағайны.
– Боҙло тасҡа эҫе һыу эләгеү менән нормаль тем­ператураға әйләнә.
– Ниңә генә үҙемдең янымдан алыҫҡа ебәрҙем икән ғәзиземде! – ҡатын һаман да шыңшыуынан туҡтамағайны.
– Шундай шарттарҙа ғына беттәр үрсемәй, тип аңлатты беҙгә старшина.
– Үрсемәҫ һиңә шул тиклем күп кеше араһында, һабының да юҡтыр әле, йыуғыс та бирмәйҙәрҙер, дөйөм тас.
– Бөтә нәмә лә бар, әсәй, һабын да өйөлөп ята, йыу­ғыс та икешәр-өсәр, ҡай­ғырма. Бер көн илле бер кешегә ун туғыҙ тас иҫәп­ләнем, ана күрше часта беҙ­ҙең замполит һөйләй, өс кешегә бер тас тейме шунда...
Алдаша белмәгән, шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәт­тең ауырлыҡтарына һис тә зарланырға яратмаған Алдар һалдаттың сираттағы телефон хәбәре шуның ме­нән тамамланды. Алдағы минуттарҙа тыныслыҡ таба алмаған әсә ҡолағына улдарының «мажараларын» үҙенсә «тәржемә» итеү Альбертҡа йөкмәтел­гәйне.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: