+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
1 Ғинуар 2023, 12:00

1 ғинуарҙа

*1 ғинуарҙа өйҙә йөрөгәндә тапочкалар иҙәнгә йәбешә.*1 ғинуар – Минераль һыуға ғашиҡтар көнө.

1 ғинуарҙа
1 ғинуарҙа

*Синоптиктар иҫкәртә: 1 ғинуарҙа атмос­фера­ға ауыҙҙан сыҡҡан араҡы еҫе уртаса тәүлек нор­маһынан байтаҡҡа күберәк буласаҡ.
*1 ғинуар. Иртән. Һыуытҡысты асып ҡараным, ә унда былтырғы ашамлыҡтар…
*Иң тәмле һыу – 1 ғинуарҙа.
*1 ғинуарҙа иң мөһиме көҙгө алдында баҫып торғанда һуштан яҙып йығылмау.
*Минең һымаҡ 1 ғинуарҙа тыуған бәхетһеҙҙәр тағы ла бармы?
*Иртән Яңы йылды дөрөҫ ҡаршыламағаныңды тойһаң, ҡаршылауҙы ҡабатларға кәрәк.
*1 ғинуарҙағы иң йыш ҡабатланған һорауҙар: “Мин кем?”, “Мин ҡайҙа?”, “Һеҙ кемдәр була­һы­ғыҙ?”, “Быларҙың барыһын да кем йыйыш­тырасаҡ?”
*1 ғинуарҙа телеканалдар өлкәндәр өсөн эшләй алған иң файҙалы нәмә – балаларға көнө буйы мультиктар әйләндереү.
*1 ғинуар иртәһендә Рәсәйҙәге бөтә тәҙрәләр ҙә быулана.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: