-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
4 Ғинуар 2023, 12:00

Энтузиаст

Кәүсәр ӘМИНЕВ Кәмәй икенсе ай инде өйөндә телевизор ҡарап, эшһеҙ ята. Шәхси иҫке йорто ҡала ситендәге йөк машиналары йөрөгән тар ғына урам сатында. Тәҙрә төбө күтәрелеп һалынған тротуар яҫылығынан аҙ ғына ҡалҡыуыраҡ. Телевизор ҡарап ялҡҡан мәлдә Кәмәй, күҙҙәрен ана шул төҙрәгә төбәп, юлдан бер туҡтауһыҙ кешеләр, гөрөлдәп ауыр машиналар үткәнен ҡарап диванда аунай.

Энтузиаст
Энтузиаст

Бөгөн ундағы күренештәр тағы ла ҡыҙығыраҡ. Кисә генә канализация ҡойоһонан урығылып сыҡҡан һыуҙан ҡар боҙланып, ҙур ғына түмгәк яһаған. Шул ҡалҡыулыҡҡа эләккән машина, автобус һикереп, ауыр талпынып үтә.

Көноҙоно булған был күренеш Кәмәйҙең күңелен ҡыра башланы.

– Әллә сығып шул боҙҙо ватҡалап инәйемме икән? Шоферҙар ҙа рәхмәтле булыр, тик ятыҙан ялҡҡан тәнгә лә файҙаһы тейер, – тигән уйҙар тәьҫирендә ялҡаулығын еңеп көрәк, лом тотоп урамға сыҡты Кәмәй.

Оҙаҡ ҡына ҡыйыулығын йыя аламай торҙо. Һуңынан юл сатына сығып, машиналарға туҡтап торорға ишара яһаны ла, йәһәт-йәһәт хәрәкәттәр яһап, юлдағы боҙҙо вата башланы.

Был ваҡытта туҡтаған машиналарҙан руль борғолап арыған шоферҙар төшөп тәмәке ҡабыҙҙы, кейерелеп, боҙ ватыусы янына килде...

Шул саҡ аранан бер ҙур танаулыһы, Кәмәйгә ҡарап торҙо ла:

– Шуны әллә ҡасан ватҡалаһаң ни булған, мин көнө буйы был урындан яфаланып үтеп йөрөнөм, – тип, Кәмәйгә күҙен аҡайтты.

Кәмәй эшен туҡтатмай ғына был бәйләнсеккә:

Минең эш түгел был, энтузиаст мин, энтузиаст, – тип аңлатты йыш-йыш һауа һулап.

Был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалған бер дыуамалы бер ни аңламайса.

– Әле ул минең эш түгел тип тора, эт ялҡауы! Күрһәтербеҙ беҙ һиңә үҙ вазифаларыңды нисек башҡарырға кәрәклеген! – тип, Кәмәйҙең елкәһенә йоҙроғо менән арыу ғына ҡундырып та алды. Кәмәй тәгәрәп китте. Был хәл башҡаларҙы ла дәртләндереп ебәрҙе.

– Бир шул  ялҡауға! – тигән тауыштар яңғыраны. Кәмәй аяғына баҫырға тип теҙләнгәйне генә, бер ҙур быймалыһы аяғы менән “энтузиаст”тың артына эләктерҙе...

Ҡупты ыҙғыш. Бахыр Кәмәйҙең эштең нимәлә булыуын аңлатырға тырышыуы ғауға тулҡындарына күмелде. Инде аңлатып тороу файҙаһыҙ булыуын төшөнгән Кәмәй, көс-хәл менән был яуҙан ысҡынып, ишек алдына инеп тайҙы.

Изгелек эшләйем тип яуызлыҡҡа тарыған Кәмәй ҡар өйөмөнә ултырып, оҙаҡ ҡына тәмәке тартты. Арып өйөнә керҙе. Асыуынан бүреген, һырмаһын һалып ырғытты ла үҙ алдына: “Тормошта ла шулай бит ул, егеттәр, берәй насарлыҡты яҡшыға үҙгәртергә теләһәң, үҙеңә ҡаза алаһың” – тип һөйләнә-һөйләнә, елкәһен, быйма эләккән урынын ыуа-ыуа йәнә диванына тәгәрәп, тәҙрәгә баҡты. Машиналар бер ниндәй үҙгәрешһеҙ һикерә-һикерә йәнә уның йорто алдынан үтә ине

Автор:
Читайте нас: