-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
5 Ғинуар 2023, 17:25

Теләктәргә сиктәр юҡ

Бер батша, үҙенең баҡсалары буйлап йөрөп килергә ниәтләп, һарайынан сыҡһа, ҡапҡа алдында хәйерсене тап итә. Хәҙер был хәйер һораясаҡ, тип уйлап, батша уға: “Ни теләйһең?” – тип мөрәжәғәт итә. Ерҙә ултырған хәйерсе, батшаға аҫтан өҫкә ҡарап, былай ти:– Һин минең теләгемде ҡәнәғәтләндерә алған кеше кеүек яуап бирҙең әле...

Теләктәргә сиктәр юҡ
Теләктәргә сиктәр юҡ

– Әлбиттә, мин теләгеңде ҡәнәғәтләндерә алам, әйт! – ти батша.
Хәйерсе:
– Ниҙер вәғәҙә итер алдынан ике тапҡыр уйларға кәрәк, батшам, – ти.
Батша асыулана башлай:
– Һин һорағандың барыһын да бирәм. Сөнки бик баймын һәм көслөмөн. Мин бирә алмаған нимә һорай­һың һуң?
– Минең һорауым бик ябай. Ҡулымдағы ҡапсыҡты күрәһеңме? Уны һәр ваҡыт үҙем менән алып йөрөйөм. Шуны ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер менән тултыра алырһыңмы икән? – тигән хәйерсе.
– Әлбиттә, – тигән батша һәм, ярҙамсыһын саҡырып, ҡапсыҡты аҡса менән тултырырға бойорған.
Ни ғәжәп: ярҙамсыһы аҡсаны ҡапсыҡҡа төшөрөп тора, ә ул юғалып тора, ти. Был хәл оҙаҡ дауам иткән, барыбер ҡапсыҡ буш ҡалған. Быны күреп, кеше йыйылып киткән. Аптырап, батша бар булған аҡсаһын хәйерсенең ҡапсығына тултырырға бойорған. Хатта алтын-көмөш тә һалынған. Барыбер ҡапсыҡ буш ҡалған. Батша хәйерсегә:
– Һин еңдең. Ҡапсығыңдың серен ас әле, – ти.
Хәйерсе:
– Уның сере ябай: минең тоғом кешенең теләктәренән яһалған. Әҙәм балаһының теләктәре күп. Бер хыялын тормошҡа ашырһа, тағы икенсеһен теләй. Ҙур ниәте үтәлһә лә, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул тормошта әһәмиәтле булыуҙан туҡтай. Теләктәр, нәфсе ҡапсығын бер ҡасан да тултырып булмай ул, – тип яуаплаған.

Автор:
Читайте нас: