+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Ғинуар 2023, 16:00

Ҡәҙерле ҡунаҡтар килмәне

Ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Берәм-һәрәм туғандары, күрше-тирәләре йыйылып бөттө. Хужалар өҫтәл артына ултыртырға йыйынмай. Хужабикә лә, хужа ла йә тәҙрәгә күҙ һала, йә ишектән күҙен алмай, кемделер көтә. Ҡунаҡтар ҙа, оҙаҡлап ултырыуға хушһынмай, сабырһыҙлана башланы.

Ҡәҙерле ҡунаҡтар килмәне
Ҡәҙерле ҡунаҡтар килмәне
Шул саҡ хужабикә:
—Ярар, әйҙә, ултырышығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар килмәне инде,—тимәһенме?!
Әле генә шау-гөр килеп ултырған "ҡәҙерһеҙ ҡунаҡтар" өнһөҙ ҡалды.
“Их, ниңә генә килдем инде, "ҡәҙерле ҡунаҡ" булыр инем”, тигән уй бер минең генә баштан үтмәгәндер.
 
Рәйхана БУЛАТОВА.
Фото: https://ataisal.com/
Автор:
Читайте нас: