-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Ғинуар 2023, 11:00

Резюме

Яңы йылдан яңы тормош башларға булды Филиә. Иренең елкәһендә ултырып, тамам ялҡты. Үҙен бойондороҡһоҙ, ирекле итеп тойғоһо килә. Көнө буйы өйҙә булыуҙың да ҡыҙығы бөттө. Эшһеҙлектең тәүге ике йылы рәхәт һымаҡ ине былай: теләһәң, тораһың, теләһәң, артабан һуҙылып ятаһың, теләһәң, ашанаһың...

Резюме
Резюме

Өсөнсө йылға күңелһеҙ була башланы. Филиә, көнө буйы яңғыҙы ултырып арығас, эштән арманһыҙ ҡайтҡан иренең башын ашай: “иғтибар етмәй”, “һин мине башҡа яратмайһың”, “арабыҙ һыуынды”...
Уйланып йөрөй торғас, Филиә шәп ҡарарға килде: эшкә урынлашырға кәрәк. Тик нимәнән башларға? Белеме юҡ. Уҡыуын ташлап, кейәүгә сығып китте. Артабан хәләленең елкәһенә ҡунаҡланы. Тәжрибәһеҙ кеше ҡайҙа бара ала икән? Магазинда һатыусы булып ултырғыһы килмәй. Матур-матур күлдәктәр кейеп, офисҡа ғына йөрөргә теләй шул Филиә...
Резюме төҙөргә кәрәк! Интернеттан резюме өлгөһөн ҡараны ла, һорауҙарға яуап теркәргә тотондо. Иң беренсе урынлашырға теләгән эш урынын яҙҙы: менеджер. Аныҡ ҡына нимә менән шөғөлләнгәнен бер кем белмәй, әммә һәр ерҙә кәрәк ул менеджер тигәндәре. Шунан һуң резюмела ғаилә хәлен һорағандар. Нимәгә кәрәк икәне билдәле: балаһы булһа, “больнич-ный”ҙан сыҡмаясаҡ, кейәүҙә булһа, декретҡа китеүе ихтимал. Шуға ла Филиә тотто ла “кейәүҙә түгел” тип яҙҙы. Артабан белем тураһында мәғлүмәт кәрәк.
– Өсөнсө курстан ҡыуылдым, — тип эстән мығырланы Филиә. — тимәк, тамамланмаған юғары белем була инде!
Тиҙ генә шулай тип яҙып та ҡуйҙы. Артабан эш тәжрибәһе хаҡында пункт килә.
– Ну-у... Бәләкәй саҡта еләк йыйып һата инем. Аҡсаға көтөү ҙә көттөм. Тимәк, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү тәжрибәһе бар!.. О, тағы ла “ландшафт дизайнеры” тип өҫтәргә була. Ауылдағы баҡсаны ҡайһылай сәсеп ҡуйҙым! “Ашханала эшләнем” тиергә лә мөмкин. Ирҙең шуның сама дуҫтарын ял һайын ашат әле!
Киләһе пунктта һәләттәрҙе, оҫталыҡтарҙы яҙыу талап ителә. Филиәне былар ҙа аптыратманы.
– Тәк. Ике тел беләм. Русса-башҡортса икәнен яҙып тормайым. О, “инглиз телен һүҙлек менән беләм” тигән кимәл ҡуйырға була. Һүҙлек менән кем белмәһен! Өс тел беләм инде атыу! “SMM” менән дә шөғөлләнәм. Ни тиһәң дә 500 яҙылыусы буштан барлыҡҡа килмәй. Еләк һатҡас, тимәк, һатыу итеүҙән, аҡса менән эшләүҙән ҡурҡмайым. Әһә! Саралар ойоштора алам! Мәктәптә староста инем бит! Ҡайһылай шәп килеп сығып бара!
Киләһе пункт – үҙең тураһында бер нисә һүҙ.
– Быныһы еп-еңел! – тип йылмайҙы Филиә. – Креатив итеп фекер йөрөтөү! Әүҙемлек! Стресҡа бирешмәү! Кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба алыу!..
Белгән бөтә сифаттарҙы теҙҙе лә теҙҙе. Ярты биттәй йыйғас ҡына туҡтаны. Иң аҙаҡҡы пунктта күпме эш хаҡы алырға теләүен яҙырға кәрәк.
– Һо-һо! – Филиә ҡабаттан резюмеһын уҡып сыҡты. – Бындай шәп белгес кәпикәгә генә эшләп йөрөмәүе билдәле! Илле мең һум булһын!
Резюме әҙер! Махсус сайтҡа ҡуйып, тәҡдимдәр көтөргә генә ҡалды. Филиә теләгән эшен табып, яңы йылдан яңы тормош башлар. Сөнки иң мөһиме – үҙеңә ышанырға кәрәк. Шәп кеше икәнеңә үҙең инанһаң, башҡаларҙа ла шик тыумаҫ!

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: