+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Ғинуар 2023, 12:30

Яңы йыл бүләге

Йәшләй генә кейәүгә сығып, ике бала табып, ғаилә тормошонан уңмайынса, тыуған яғыма ҡайтып киттем. Ун йылға яҡын холоҡһоҙ ирҙән ҡағылып-һуғылып, эстән тешләнеп йәшәү эҙемтә бирмәй ҡалманы: “йөрәгең сирле” тип, иҫәпкә ҡуйҙылар.

Яңы йыл бүләге
Яңы йыл бүләге

Балалар үҫте, үҙем эшләнем. Һирәк-һаяҡ, сирле йөрәкте нығытыр өсөн, дауаханаға ятып алдым, шифаханаға юллама ла унда-бында бер булһа ла эләгеп торҙо.
Шулай бер мәл сираттағы тапҡыр шифаханаға юлландым. Шунда Ишембай районынан Марат исемле бер ир-егет менән таныштым. Ул да яңғыҙ икән. Тик үтә баҙнатһыҙ булып сыҡты был, артыҡ яҡынлап, аралашып китә алманыҡ.
Ялдан ҡайтҡас та тегене арыу уҡ ҡына уйлап йөрөнөм әле: “Их, йә үҙе адресымды һораманы, йә үҙем батырыраҡ булып, хат алышырға тәҡдим итмәнем”, – тип үкендем. Күңел серҙәремде иң яҡын әхирәтем менән генә уртаҡлаштым.
Был ваҡиғалар Яңы йыл алдынан булғайны. Байрамды әхирәтем менән бергә ҡаршыларға килештек. Минең ниндәй хистәр менән янып йөрөгәнемде белгән дуҫ ҡыҙым, Яңы йыл кисендә теләк теләп яҙылған ҡағыҙҙы яндырып, шуның көлөн шампан шарабына һалып эсергә тәҡдим итте. Был ырымға шарҡылдап көлөп кенә ҡуйҙым. Һис тә ышанмайым ундай нәмәләргә! Шулай ҙа, ныҡыш әхирәтем, ай-вайыма ҡарамай, теләк яҙҙырып, шуны яндырып, көлөн шарапҡа һалып, бутап та ҡуйҙы. Миңә бер бокал шампанды эсеүҙән башҡа сара ҡалманы инде.
Шулай ҙа, ниндәйҙер мөғжизәгә ышаныпмы, Яңы йыл төнөндә, сәғәт уҡтары 12-не һуҡҡанда: “Марат Зәбиров менән яңынан осрашһаҡ ине”, – тип теләк теләнем. Бер аҙ табын янында ултырғас, әхирәтем менән Яңы йыл мөхитенә нығыраҡ сумыу теләгендә ҡаланың төп шыршы майҙанына юлландыҡ. Ә унда – уйын-көлкө, күңелле музыка, кешеләр бер-береһен ҡотлай... Төнгө сәғәт 2-лә, Мәскәү ваҡыты буйынса тағы бер тапҡыр Яңы йылды ҡаршылап, фейерверк уттарын тамаша ҡылып, ҡайтыу яғына юлландыҡ.
Шул саҡ: “Ҡыҙҙар, Яңы йыл менән!” – тип беҙҙең янға бер кеше килеп етте һәм һөйләшә-көлөшә йәнәш атлай башланы. Исемдәребеҙҙе һорашып алды.
“Әлфинә!” – әхирәтем шат йылмайып яуапланы. Ә мин теләр-теләмәҫ кенә “Миңниса”, тинем.
“Мин Марат Зәбиров булам!” – тигәйне теге, саҡ ултыра төшмәнем. Икәүләп, бер тауыштан: “Ә һин ҡайһы яҡтан?” – тип һораныҡ. “Стәрлетамаҡтан!”.
“Эй, Хоҙайым, мин бит һинән Стәрлетамаҡтан түгел, Ишембайҙағы Марат Зәбировты һорағайным!” – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Быны ишеткән ир аптырап китте, ә беҙ әхирәтем менән рәхәтләнеп көлә башланыҡ.
Шулай ҙа, Стәрленең Мараты менән әле лә бергәбеҙ. Шул осраҡлы танышыуҙан, йәғни Яңы йыл мажараһынан һуң, матур итеп ғаилә ҡороп, бына инде арыу уҡ йылдар бәхетле ғүмер итәбеҙ.

Миңниса.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: