+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Ғинуар 2023, 13:00

Өйләнеү

Кәләш, мин тиҙ генә сәй эсәм дә Фәрит дуҫҡа йомошҡа барып киләм әле. Ул эшкә китмәҫ борон.– Бергә барырбыҙ, беҙ бит хәҙер бер ғаилә, – тип йылмая матурым.– Әйҙә һуң, – тим мин дә, берсә кәләшемдең сибәрлегенә, берсә тапҡырлығына һоҡла­нып.

Өйләнеү
Өйләнеү

Шаулап-гөрләп үткән туй­ҙан һуң баш та эшлә­мә­йе­рәк тора тороуын, тик бер ғаилә булғас, хәҙер бергә йөрөргә кәрәк бит инде ул.
– Сәй ҡайнағансы баҙарға сы­ғып ҡына килһәңсе, йәне­кә­йем, – тип уйҙарымды бүлде кәләшем.
– Ә ниңә? – Мин аптырап ҡал­дым.
– Бәй, сәй эсергә печенье ла юҡ, салат эшләргә помидор, ҡы­яр, укроп та кәрәк, алма, әфлисун да бөткән, өҫтәл матур булһа күңеллерәк тә инде, – ти кәләш һушты алырлыҡ итеп ихлас йылмайып.
Наҙанлығымдан оялып ҡуйҙым. Аяғөҫтө генә сәй һемереп сығып йүгергән саҡтарҙы оноторға ваҡыттыр ҙа инде.
Арманһыҙ булып баҙар юлын тапауым бушҡа булманы. Кәләш­тең аш-һыуға оҫталығы иҫ киткес икән: табын ғәләмәт бай, ри­зыҡтар телде йоторлоҡ тәмле булды. Бына ниндәй икән ғаилә тормошо! Әйтәм, кәләш алған дуҫтар туптай һимерә лә китә.
– Фәрит дуҫҡа бара һалайыҡ әле, – тим сәғәт уҡтарының алға етеҙ ҡуҙғалыуына иғтибар итеп,– как раз хәҙер төшкөлөккә ашарға ҡайта ул.
– Хәҙер, йәнекәйем, – тип ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмая берҙән-берем. – Күлдәкте үтек­ләп, сәсте йыуып, биҙәнеп кенә алайым да...
Ике-өс сәғәт тә үтмәне, кәләш менән етәкләшеп ишектән сығып та киттек. Юл ыңғайы тағы ла баҙарға һуғылдыҡ.
– Кешегә күстәнәсһеҙ барыу килешмәй, – ти бит кәләшем. Магазинға ла инеп сыҡтыҡ.
– Шәп носки ала­йыҡ һиңә, бер юлы бер-ике пар, – тип бик ны­ҡыш­ҡас ап­пағым – ризалаштым. Бер юлы кә­ләш­кә лә туфли, күл­дәк, сумка, баш­ҡа вак-төйәк әй­бер алдыҡ. Бул­ғас, икебеҙгә лә булһын, тип бик дөрөҫ әйтә икән ул ҡатындар.
Фәрит дуҫтарҙың йортона килеп еткәндә күктә йондоҙҙар емелдәшә башлағай­ны. Эштән күптән ҡайтҡан­дыр инде. Ах, шайтан, дуҫымда ниндәй йомош бар ине һуң әле? Нисек кенә тырышһам да хәтергә төшмәне.
Кәләш алғас, төн генә түгел, көн үткәне лә, аҡса бөткәне лә, һиҙелмәй икән. Ҡалған яғы – ожмах. Өйләнегеҙ, егеттәр, үкен­мәҫһегеҙ!

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас: