+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
18 Ғинуар 2023, 16:00

Немец офицеры

(Шулай ҙа була) Артистарҙың тормошонда булған ҡыҙыҡлы хәлдәр:Сибай халыҡ театрында Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында пьеса ҡуялар. Бер ауылға гастролгә килһәләр, немец офицерын уйнаған егет ауырып йығыла. Билеттар һатылған, спектаклде нисек тә уйнарға кәрәк, ә ауырыуҙы алмаштырырға бер кем юҡ. 

Немец офицеры
Немец офицеры

Аптырағас, кескәй генә роль уйнаған Земфира Ғәлимованы, танау аҫтына мыйыҡ йәбештереп, немец офицеры итеп сәхнәгә сығарырға булалар. Йыуантыҡ Земфираға офицер формаһын тартып-һуҙып кейҙерәләр, төймәләрен бөтөнләй элә алмайҙар, нимәләр һөйләргә кәрәклеген яҡынса аңлаталар.Немец офицеры пьесала бер партизанды ҡулға алырға тейеш икән.Бына спектакль башлана, немец офицеры сәхнәгә килеп сыға. Тамашасы йыуантыҡ офицерҙы күреп пырх-пырх көлә башлай.

Земфира бик тулҡынлана. Бына партизанды ҡулға алырға мәл етә. Актриса, ҡаушауынан ни эшләгәнен белмәйенсә, партизан урынына немец һалдатын уйнаған актерҙы эләктереп ала, ҡулдарын артҡа шаҡара. Башҡа актерҙар Земфираға: «Уны түгел, тегене ҡулға ал!» – тип шыбырлап ҡарай. Әммә ролгә ныҡ ингән актриса бер ни күрмәй, бер ни ишетмәй, дөбөрләтеп немец һалдатын сәхнә артына алып сығып китә. Ләкин пьеса сюжеты аңлайышлы булһын өсөн тамашасы партизандың ҡулға алыныуын күрергә тейеш икән. Аптырағас, Земфираны теге немец һалдаты менән йәнә сәхнәгә сығарып ебәрәләр. Немец офицеры:
– һеҙ кемде миңә бирҙегеҙ? Ҡайҙа партизан?! – тип немец һалдатын ситкә этә лә партизанды эләктереп ала. Шулай итеп спектаклде ары дауам итәләр.
 
Наил ҒӘЙЕТБАЙ.
 
Автор:
Читайте нас: