+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Ғинуар 2023, 12:00

Ғибрәт

– Ало, ало! Әсәй, һинме? Был мин әле. Тәнзиләң. Ни хәлдәрҙә йәшәйһегеҙ, ауырымайһығыҙмы? Атай ни хәлдә? Беҙме? Һәйбәт әле. Малай? Үҫте инде, иҙәндә шатыр-шотор саба. Бик шуҡ. «Атай кеүек шупир булам», – ти. Эй-йе... Ҡәйнәмме? Нимә бул­һын уға? Ен кеүек! Талашыуҙан башы сыҡмай. Ҡаҡтырһаң, ҡағыр улар. Ирек биреп тормайым әле.

Ғибрәт
Ғибрәт

Миңә нимә ти, мин киленемдең былай тәкәббер булыуын теләмәйем, килен булғас, яғымлыраҡ булһын ине ул, тигән була, асыу килтереп! Шул инде уның, ике арала буталып йөрөмәһә... Әйтерһең, ул ғына үҫтергән малай! Имеш, Рашаттың ҡәҙерен белергә кәрәк, теге лә был... “Мин һиңә алтын бағана үҫтереп бирҙем”, – тигән була. Ә? Асыҡ ишетелмәй, әсәй. Нишләп ”туҡта, туҡта”, тиһең. Гел һөйләшеп булмай бит... Һуң, ир тип инде, абынып йығылайыммы? Һаман: ”Ҡәҙерлем, ҡайттыңмы?” – тип ҡаршыһында бейеп тора алмайым инде! Элекке заман тип белгәндәрҙер иҙелеп йәшәргә! Бөгөлһәң, бөгәләр улар... Әсәй! Онотоп торам икән, ни, тыңла әле. Рашатты бер аҙналыҡ рейсҡа ебәрҙеләр. Августың ун һигеҙендә уның тыуған көнө. Мин һеҙгә аҡса һалдым, шуны Рашаттың тыуған көнөнә тип, кире һалырһығыҙ, йәме? Ҡотлап, тим. Күрһендәр әле, беҙҙекеләрҙең иғтибарлы, ярҙамсыл икәнлеген! Яраймы, әсәй?.. Ало! Ало тим? Ниңә юғалдың? Әсәй, әсәй! Нимә? Кейәү беҙҙә, тиһеңме? Командировканан ҡайтышлай инде? Ул да һинең яныңдамы? Икенсе телефондан тыңлап тора. Вәт ғибрәт!.. Ну, әсәй һине!... Һөйләйһең дә һөйләйһең, ә шуны ваҡытында әйтә алмайһың! Әҙәм ғәрлеге!...

И. ХӘСӘНОВ.

Фото: ru.dreamstime.com

Автор:
Читайте нас: