+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
21 Ғинуар 2023, 17:00

Теге донъяла

Икенсе урынға шылып ҡарайым – унда ла ҡаты ер, бирерәк күсәм – тағы ер. Шунда ғына башыма барып етте: мин бит теге донъяға киткәнмен…

Теге донъяла
Теге донъяла
Бер ваҡыт кеше тауышы ишетелгәндәй булды. Әһә, белдем, яуап алыр мәл етте. Йәһәт кенә ергә һылаштым. Икәү инеләр, мине төрткөләп ҡаранылар ҙа һуҡранып китеп барҙылар. Ғәжәп: үҙҙәре беҙҙеңсә һөйләшә бит әле. Береһе:
– Бигерәк күрмәгәндәй ҡапланды шул, – тип кемделер һүгә.
Атаҡ-атаҡ, теге донъяла ла әрләшәләр икән.
Бер ваҡыт ашағы килә башланы. Үәт ҡыҙыҡ, үлгән кешелә лә асығыу тойғоһо була икән. Ҡалғанын хәтерләмәйем. Мине уятып, яҡты донъяға алып сыҡҡанда, төш еткәйне инде. Баҡһаң, кисә ҡунаҡта мул ғына уртлап алғас, мал аҙбарына инеп тәгәрәгәнмен. Бына һиңә теге донъя! Ошонан һуң араҡы менән дуҫлығымды ҡапыл өҙҙөм дә ҡуйҙым. Эсмәһәң, донъя айырыуса матур икән!
 
Фото: etsy.com
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-10-20/tege-don-yala-608958
Автор:
Читайте нас: