+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
23 Ғинуар 2023, 12:00

Тортты тәмләп ҡарай алдылармы икән?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Өфө ҡалаһының 18-се ҡала клиник дауаханаһының дежур табибынан тән бешеү бүлегенә ике кешене ҡабул итеүҙәре хаҡында хәбәр килгән.

Тортты тәмләп ҡарай алдылармы икән?
Тортты тәмләп ҡарай алдылармы икән?

1987 йылда тыуған ирҙең йөҙө, муйыны, ҡулдарына 1 – 2 дәрәжә бешеү диагнозы ҡуйылған, һәм 1975 йылғы ҡатындың иһә йөҙө һәм ҡулдары бешкән, шулай уҡ 1 – 2 дәрәжәлә. Табиптар уларҙың хәлен уртаса ауырлыҡта бәйәләй.
Ваҡиға Өфөнөң Ветошников урамындағы шәхси йортта теркәлгән. Торттағы шәмдәрҙе тоҡандырғас, ханым шырпыны эргә-тирәлә торған ҡумтаға һалып китә. Һүнеп бөтмәгән шырпынан тартмаға ут ҡаба, ҡатындың ялҡынды үҙаллы һүндерергә тырышҡан мәлдә ныҡ ҡына тәне бешә. Йәшниктә шулай уҡ тоҡандырыу өсөн газ баллоны ла булған. Ханым үҙенең ирен ярҙамға саҡырған, уныһының газ баллоны шартлауы һөҙөмтәһендә тәне бешкән. Ҡумта верандала урынлашҡан булған, йортҡа зыян килмәгән, янғын һүндереүселәрҙе лә саҡырмағандар.
Бына шулай, дуҫтар, алдыңды артыңды ҡарап йөрөгә кәрөк шул, бәлә аяҡ аҫтында.

Фото: mykaleidoscope.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: