+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Ғинуар 2023, 15:00

Яңылыш кейелгән балдаҡ

Минең ағай тейеш кеше һуңлап ҡына өйләнде. Урынлы-урынһыҙға төшөрөргә лә яратты үҙе. Никах балдаҡтарын да һуҡмыш барып алған – кәләшкә тигәне ҙур булып сыҡты.

Яңылыш кейелгән балдаҡ
Яңылыш кейелгән балдаҡ

Еңгә уны урта бармағына кейеп йөрөй торғайны.Ҡәйнеш кеше булараҡ шаяртам, мәрәкәләйем:– Еңгә балдағыңы яңылыш кейгәнһең бит.Яңыраҡ хәлдәрен белергә индем.Еңгәйем йоҡарып киткәндәй, йөҙө бойоҡ, йонсоу. Ул ҡулына төшкән ҡарашымды тойғандай әйтеп ҡуйҙы.– Ҡәйнеш, балдағымды яңылыш кейҙем шул, яңылыш...Түрьяҡта ағайым лыпын иҫерек ята ине...

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

https://ye102.ru/articles/litra/2021-04-15/ya-ylysh-keyelg-n-balda-2374881

Автор:
Читайте нас: