+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
31 Ғинуар 2023, 12:00

«Алтмыш ҡына»

Әхтәриев улын бик һәләтле бала тип уйлай, шуға күрә уҡыуҙа насар өлгәшеүен ялҡаулығынан күрә. Ул уға өгөт-нәсихәт тә биреп, һуғып та ҡараны, тик файҙаһы теймәне. Бала һаман «икеле»ләр ташый, «өслө» һирәк эләгә. «Үҫкәс, был белемең менән урам һепереүсе булаһың бит!» – тип йыш ҡына шелтәләй уны Әхтәриев.

«Алтмыш ҡына»
«Алтмыш ҡына»

«Урам һеперергә лә кеше кәрәк», – тип яуап бирә улы.Бына шул бала бер көндө, географиянан «бишле» алдым, тимәһенме?! Атаһының шатланғаны!

– Әҙерләнгәйнеңме? – тип һораны ул. – Мин бит әйтеп торам. Әҙерләнеп барһаң, барлыҡ фәндән дә «бишле»гә уҡырлыҡһың. Һәләтлеһең һин, әммә ялҡауһың. Ниндәй тема үткәйнегеҙ?

– Уҡытыусы: «Ҙур көнгөрәләр ниндәй материкта йәшәй?» – тип һораны. Береһе лә белмәне. Ә мин «Австралия» тинем.

– Һинең белмәгәнең юҡ инде, улым. Нисек белдең?

– Бер кино ҡарағайным.

Ир уйлана башланы. Малайҙы әрләү ҙә, өгөтләү ҙә ярҙам итмәне. Производствола «матди ҡыҙыҡһындырыу» тигән һүҙ бар. Мин дә матди ҡыҙыҡһындырыу уятайым әле егеттә, тип уйланы ул. Шулай уйлағас, янсығынан алып, йөҙ һум бирҙе.

– Бына, улым, – тине. – Биш балл алған­һың. Һәр балл өсөн егерме һум. «Дүртле» алһаң, һикһән генә була. Айырмаһын һиҙәһеңме? Егерме һум кеҫәңә инмәй, икенсе төрлө әйтһәк, бер сифатлы туңдырма эләкмәй.

– Нисек кенә һиҙәм әле, – тине улы. – Мин был аҡсаға бер компакт-диск һатып алам. Фильм. Малайҙар бик ҡыҙыҡлы тиҙәр шул картинаны. Рәхмәт, атай.

Улы атылып, фатирҙан сығып китте. Әхтәриев, баланы тәрбиәләй белергә кәрәк, тип уйлап ҡалды...

Икенсе көндө ир улына үҙе ишекте асты. Инеү менән:

– Бөгөн күпме аҡса эшләнең? – тип һораны.

– Алтмыш ҡына бөгөн, – тине улы күңел­һеҙ генә.

– «Өслө» алдыңмы ни?

– Юҡ, атай. Өс «икеле» сәпәнеләр.

Әхтәриевтың башы әйләнеп, баҫҡан еренән йығылып китә яҙҙы.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: