+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
1 Февраль 2023, 15:00

Әҙәм төҫлө “эт”

Сабир ШӘРИПОВтан бер лаҡап ...Имеш, эсеүенән буйтым ялыҡҡан сабырһыҙ ҡатын иҫерек ирен ауыл осондағы юл сатына сығарып һала. Йәнәһе, күҙенә лә күренмәһен, эт урынына эйәртеп алып китһәләр ҙә риза..

Әҙәм төҫлө “эт”
Әҙәм төҫлө “эт”

Әмәлгә таянғандай, йүнсел генә бер тол ҡатын һөйрәкләп алып ҡайта «алкаш»ты. Ашатып-эсереп, йыуындырып-кейендереп, тиҙ арала әҙәм төҫөнә индерә һәм һәүетемсә йәшәй ҙә китә былар. Тәүге ҡатыны кире ҡайтарырға маташа ла бит, юҡ шул, ирҙең яңы йәмәғәте яҡын да килмәй, өҫтәүенә, әмәлен дә өйрәтә ти әле көндәшенә:

– Юлдан эҙләйһең инде, юлдан...

Фото: выкса.рф

Автор:
Читайте нас: