+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
2 Февраль 2023, 15:00

“Ы” операцияһы

Операция уңышлы барҙы. Ҡырҡ йыл ҡулында скальпель уйнатҡан хирургҡа нәмә инде ул һуҡыр эсәк ялҡынһыныуы. Аппендицит диагнозы ҡуйылған йәш ир үҙе лә шаян, күңелле кеше булып сыҡты. “Шунда тегеһен дә киҫеп алығыҙ инде”, – тип шәфҡәт туташтарын да көлдөрөп алды.

“Ы” операцияһы
“Ы” операцияһы

Әммә ауырыуҙы палатаға сығарып, машинаһына инеп ултырыуға, Вил Хәевичтың күңеле төштө. Ғүмерҙә булмаған хәл – асҡысты күпме генә борғоламаһын, двигатель ҡабынманы. “Был нимәне аңлата инде?”  – тип аптырашҡа ҡалған хирург машинаһынан сығып, капотты асты. Инжектор, ҡабыҙыу шәмдәре, һауа фильтры, аккумулятор, датчиктар – барыһын да ҡуҙғатҡалап-һелкеткәләп ҡараһа ла, “аттың” йөрәге эшләп китергә теләмәне.  Машинаны ҡапҡа төбөнә тарттырып алып ҡайттылар. “Нәмәҫтәкәйгә был хәлгә ҡалдың?” – тип ҡаршы алды ҡатыны Мәхмүзә.

– Ваҡ-төйәк, – тип ҡул һелтәне хирург. – Ҡан, тфү, яғыулыҡ әйләнеше системаһына тромб тығылған булырға тейеш. Шуны таҙартырға кәрәк.

Вил Хәевич, ниәтенең етди икәнен белдереп, асҡыстар тартмаһын сығарып ултыртты.

– Маташа күрмә. Һинең ҡулдан килерлек эш түгел был.

– Минең ҡулданмы! Үт ҡыуығын алып ташлай, тишелгән ашҡаҙанын ямай алған хирургтанмы! – тине күкрәген киреп. – Нихил фацилиус эст, йәғни бынан да еңеле юҡ.

Латинса һүҙҙәр ҡыҫтырып, ең һыҙғанып эшкә тотонған ире менән һүҙ көрәштереүҙән мәғәнә юҡлығын аңлаған Мәхмүзә өйөнә кереп китте. Хирург халҡы әҙәм затының ҡорһаҡ ҡыуышлығын киҫеп теккәндән һуң, һауытта ниндәй ҙә булһа медицина инструментының етмәй ҡалыуы булғылай торған хәл. Машинаның “йөрәк” ҡапҡасын асып япҡанда киреһенсәрәк килеп сыҡты. Вил Хәевич нимәһендер һүтеп йыйғандан һуң, ике ваҡ деталдең артып ҡалыуы асыҡланды. Бындай хәлдә двигателде эшләтеп ебәреүҙең хәтәр икәнен аңлаған табип сервистан оҫта саҡыртты.

– Тромб тиһегеҙ инде, – тине оҫта артып ҡалған деталде ҡулында һикертеп. – Диагнозығыҙ: дөрөҫкә оҡшамаған. Гиппократ әйтмешләй, вскрытие покажет...

Икенсе көндө хирург сервисҡа һуғылды һәм машинаның урынынан ҡуҙғалмағанлығын күреп, күңеленә шом керҙе. “Һеҙҙекенә сират етмәй бит әле, абзый, – тине слесарь. – Шулай ҙа клапандың тран-тран... сортировать итергә тура килмәгәйе. “Трансплантировать”, – тип төҙәтте уны хирург. “Эйе-эйе, нәҡ шулай. Түлке иртәгәгенә булмаҫ, иртәгәнән һуңға булыр инде”.

Ике көндән Вил Хәевич йәнә автосервис ишеге төбөнә барып баҫты. “Булды бит”, – тине оҫтахана хужаһы. – Машинағыҙҙы алып китә алаһығыҙ”. “Күпме?” – тип һораны хирург һәм хаҡты ишеткәс, үҙенең ҡан тамырҙарының тромбы ҡуҙғала яҙҙы. “Мин бит баланы сөннәткә ултыртҡан өсөн дә бының 3 процентын ғына алам”, – тине ул, ниһайәт, телгә килеп. “Һи-и-ий, абзый, ер йөҙөндә әҙәм барлыҡҡа килгәндән бирле һаман шул бер урында эленеп торған ағза инде ул”, – тине сервис кешеһе бер ҙә юғалып ҡалмайынса. – Йөрәк тә гел һул яҡта. Ә машиналар, күреп тораһығыҙ, туҡтауһыҙ үҙгәрештә. Йыл һайын күпме модель өйрәнергә тура килә беҙгә. Йөрәктәре ту тегендә, ту бында, ту былай, ту тегеләй...”

Фәнил МӘҮЛЕТОВ.

Фото: http://www.tatyash.ru/index.php?issue=12510&file=160.htm

Автор:
Читайте нас: