+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Февраль 2023, 13:00

Артист булам

(Йәш ҡыҙ ауыҙынан) Беләһеңме, әхирәт, мин кем бу­ласаҡмын!? Мотлаҡ, әртис кенә. Башҡа бер кем дә түгел.Кисә генә, ашнаҡсы булам, тип йөрөй инең тиһеңме? Шулай шул. Бөгөн килеп уйымды ҡырҡа үҙгәрт­тем. Ҡайҙан башыма килдеме? Әсәйем әйтте: «Кит, биҙа, шул да булдымы һөнәр, ҡырҡ ата балаһын түгел, үҙеңдең тамағыңды туйҙыра алһаң, хуш әле», – ти. Ә был ниндәй шәп һөнәр, кем әйтмешләй, ике ҡулға бер эш.

Артист булам
Артист булам

Уҡырға яратмайыммы? Дөрөҫ әйтәһең, һы, әртист булыу өсөн мейе серетеп уҡып тороу кәрәктер шул. Яңыраҡ телевизорҙан бер апайҙы күрһәттеләр. Ана ул да ун беренсенән һуң уҡып хитланмаған. Шулай булһа ла, йондоҙға әүерелгәнме – әүерел­гән. Бөтә гәзит-журналдар көн һайын тигәндәй уның тураһында ғына яҙа. Үҙенең йырлаған йыры ла берәү генә.
Әсәйем:
– Лутсы үҙеңә йырсы ла, шағир ҙа, композитор ҙа булырға кәрәк, – ти.
Бик грамотный шул әсәйем, өс класс бөткән, дөрөҫ бупылдай ул. Хәҙер йүнле йыр яҙыусы бармы, булыр-булмаҫтайҙарына ла күҙ йоммайынса ат хаҡы һорайҙар, ти. Йыйын теләһә нәмәне һатып алып, әллә ниндәй әтрәғәләмдәрҙе байытып ултыраһым юҡ. Бында Әндрәй ҡаҙ­наһы барҙыр шул.
Шиғыр яҙғаның булманы тиһеңме ул? Тотаһың дә әллә ниндәй наҙан һорауҙарың менән башты ҡаты­раһың. Үҙем дә шулай уйлай тор­ғайным. Бер нәмәһе лә юҡ уның. Ап-анһат, бүстәк нәмә. Ысталауайҙа май еҫенә тонсоғоп, кәстрүл-кәстрүл бәрәңге әрсеп, илай-илай һуған таҙартыу менән сағыштырғанда, был эшме ни ул! Хәҙер бит шиғыр яҙыу­сылар менән донъя тулған, ки­таптарҙан күп нәмә юҡ. Ана, беҙҙең өй башы тулы кәрәкмәгән китаптар. Йәнең теләгәненән берәр генә юл күсереп алып, арлы-бирле урындарын үҙгәртһәң – ижад емеше гатауай. Башыңды саҡ ҡына эшләтә белергә кәрәк. Әсәйем, беҙҙең ауылдан да йүнле бер кеше сыҡһын әле, ти. Дөрөҫ әйтә, мин кемдән кәм!
Үҙебеҙсә һөйләшә белмәһәм ни, унда кемдең ҡыҫылышы бар. Тап­ҡанһың хәсрәт! Телевизор ҡарағаның юҡ ахырыһы, унда ла алып барыусы башҡортса һорау бирә, ә әртистәр русса ғына яуаплай.
Бына шулай, әхирәт, бер заман апайыңды танымай ҙа торорһоң әле. Ҡайһы гәзитте асма – мин, теле­визорҙы тоҡандырһаң – һинең ауылдашың.
О-о-о-о! Уларҙың тыуған көндәре ҡайһылай шәп үтә! Әсәйем ғүмер буйы һауынсы булып эшләп, берәй бүләк алғаны булһасы. Ә әртистәрҙе сәскәләргә, бүләктәргә күмәләр. Минең дә юбилей етер. Бер минутҡа ғына күҙ алдына килтер. Апайың береһенән-береһе тәтәй күлдәктәрҙә сәхнә түрендә ултыра. Мине күрер, йылы һүҙен әйтер өсөн филар­монияға халыҡ зыҡ ҡубып килгән. Йәслегә бергә йөрөгән тиңдәш­тәрем, ауылдаштар, интернатта бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙҙар. Иң алғы рәттәрҙә галстуклы таҙа, матур ағайҙар. Һәр береһе ҡотларға тип сиратҡа баҫҡан. Мине күктәргә күтәреп маҡтайҙар.
– Һеҙ – сәнғәтебеҙ гәүһәре, әлдә һеҙ донъяға тыуғанһығыҙ әле, әтеү нишләр инек.
Бүләктәр тураһында әйтәһе лә түгел. Олпат ҡына бер ағай фатир асҡысы тоттора, икенсеһе, урамда һине еңел машина көтөп ултыра, ти. Ә һин, әхирәт, теге ваҡыт кисәгә һинең күлдәгеңде кейеп барыуым тураһында һөйләрһең. Әйҙә, бел­һендәр, минең дә ябай ғаиләнән сығып, ҙур кеше булыуым тураһында.
Так что, әхирәт, бер нәмәгә ҡа­рамай әртис булам. Иртәгә үк Өфөгә китәм. Чао! Пока!

Венер ИСХАҠОВ.

Автор:
Читайте нас: