

Нимә булды икән, тип сығып ҡараһам, беҙҙән алда өс егет ишараты бер иҫке “Жигули”ҙы этеп маташа. Машина ҡыҙып, бер аҙ бара ла тағы һүнә. Үҫмерҙәр йәнә күмәкләшеп сығып машинаны этергә тотона...
Тығында шаҡтай ултырҙыҡ. Һуңланыҡ концертҡа. Был көндө беҙ генә түгел, тағы бик күптәр эшкинмәгән машина арҡаһында бараһы еренә барып етә алмай аҙапланғандар.
Тормошта ла шулай бит. Эшкинмәгән машина кеүек әҙәмдәрҙе дәрәжәле ағай-энеһе, таныш-тоношо яуаплы урындарға этә. Һуңынан теге бисара үҙе лә алға бара алмай, башҡаларға ла юл бирмәй. Илдәге тығындар ҙа шул сәбәпле барлыҡҡа килмәйме икән?
В. ИСХАҠОВ.
Фото: mag.auto3n.ru