

Тәрбиәсе интегеп, тирләп-бешеп, саҡ ботинкаларҙы малайға кейҙерә. Шатлығынан ни эшләргә белмәй инде тороп китәм тиһә, шул саҡ малай уға, ботинкалар дөрөҫ кейелмәгән, тип яр һала. Тәрбиәсе ҡараһа, ысынлап та, уңы – һулда, һулы – уңда. Аяҡ кейемен кейҙереүгә ҡарағанда, систереүе ҡыйыныраҡ була. Аҙаҡ тағы кейҙерергә. Ҡыҫҡаһы, тәрбиәсе илар сиккә етә. Әммә күрәһеләре алда булған икән әле. Малай ҡарап тора-тора ла: “ Ә был ботинкалар минеке түгел”,– ти. Тәрбиәсе саҡ бала алдында һүгенмәй. Ирендәрен тешләп, ботинкаларҙы йәнә көс-хәл менән һалдыра. Малай шуны ғына көткәндәй: “Улар ағайымдыҡы”,– ти. Һуңғы түҙемлеген һәм көсөн йыйып, үҙен тыйып тәрбиәсе ҡабат аяҡ-кейемен кейҙерә. Инде тышҡа сығарам тиһә, баланың ҡулында бейәләйе юҡлығын күрә. “Ҡайҙа бейәләйең?” – тигәнгә, малай: “Ә мин уларҙы ботинкаға тығып ҡуйҙым”,– ти.
Д. ДАМИРОВА.