

Юлында уға төлкө осраған.
– Ҡайҙа киттең, бүре ағаҡайым? – тип һораған ул, хәйләкәр йылмайып.
– Бына, ҡуяндар иленә барып ҡайтырғамы, тим. Ауылдан һарыҡ урлап булмай хәҙер, эттәр күбәйҙе.
– Белмәйем, ағаҡайым, ҡуяндар ҙа хәҙер башлы халыҡ, һине урмандарына индерерҙәрме икән?
Артыҡ һүҙ көрәштереп тормаған бүре. Артҡы аяҡтарын көс хәл менән һөйрәй-һөйрәй, ҡуяндар иленә киткән.
– Кем бар унда?
Ҡыуаҡ төбөнән килгән тауышты ишеткәс тә бүре шып туҡтаған.
– Был мин, бүре ағайығыҙ. Мине үҙегеҙҙең йылы урманығыҙға керетһәгеҙсе. Бергә-бергә йәшәрбеҙ. Һеҙҙе ҡурҡыныс бәлә-ҡазаларҙан һаҡлармын, һунарсы эттәрҙән яҡлармын, – тигән ул, ҡыуаҡ артынан тырпайып торған ике ҡолаҡҡа.
Шул арала таяҡ менән ҡоралланған ҡуяндар ҙа йыйылышып киткән.
– Юҡ, бында яҡын йөрөмә! Беҙҙең үҙебеҙҙең яҡлар башлығыбыҙ бар. Бүре беҙгә ағай ҙа, дуҫ та түгел.
Бүре күпме генә ялынмаһын, кире боролоп китергә мәжбүр булған.
Юлында тағы төлкө осраған.
– Нимә, бүре ағаҡайым, юлың уңманымы ни? – тип көлгән ул кеткелдәп.
– Юҡ шул, хәҙер ҡуяндар ҙа башлы икән. Кемдең кем икәнен белеп торалар, ҡәһәрең...
– Хи-хи-хи... Юҡҡа ҡайғырма. Үҙеңә бер хәйлә өйрәтәм. Хәйләң барып сыҡһа, мине үҙ яныңа йәшәргә алырһың. Тыңла, – тип башлаған һүҙен төлкө, – анау тау башындағы яланды күрәһеңме? Күрһәң, шунда бар. Кешеләр быйыл унда кишер сәскән ине, йыйып бөтмәнеләр. Арыраҡ сөгөлдөр баҫыуы. Бер тоҡ сөгөлдөр, бер тоҡ кишер алып барып ҡара һин ул ҡылый күҙҙәргә... Хи-хи-хи.
Бүре арҡаһына ярты тоҡ кишер, ярты тоҡ сөгөлдөр йөкмәгән дә кире ҡуяндар урманына килгән. Был юлы ла хужалар ҡырыҫ ҡаршылаған.
– Мин бит һеҙгә буш ҡул менән килмәнем, тоғом тулы кишер, сөгөлдөр. Бәлки, мине үткәрерһегеҙ ҙә сәй артында кәңәш-төңөш итербеҙ, – тигән бүре, хәйләләшеп.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡуяндар бүрене үҙҙәренең урманына үткәргән.
Йыйылыш бик ҡаты булған. Ахыр килеп, ҡуяндар ике төркөмгә бүленгән. Беренселәре үҙҙәренең араһына бүрене үткәрергә кәрәклеген тылҡыған, икенселәре ҡаршы төшкән. Шул саҡ бүре һүҙ алған.
– Йәмәғәт, – тип башлаған ул һүҙен, тамаҡ ҡыра-ҡыра, – бына мин йыл да шулай кишер, сөгөлдөр үҫтерәм. Шуның өсөн мине иптәштәрем урманымдан ҡыуҙы. Ни эшләйем инде, үҙемдең яратҡан шөғөлөмдө ташлайыммы ни? Ҡаныма һеңгән бит ул минең...
Бүре илап ебәргән. Ҡуяндарҙың да күңеле тулған. Бүре таратҡан кишерҙе кетер-кетер кимерә-кимерә һыҡтарға керешкәндәр. Шунан килеп береһе һүҙ алған.
– Ҡуяндарым, күреп тораһығыҙ, кишер бик тәмле, сөгөлдөр үтә шәрбәт. Бик оҡшаны. Уйлап ҡарағыҙ әле, йыл да бүре ағай беҙгә шулай мул итеп аҙыҡ үҫтереп бирһә, һеҙгә насар булырмы? Яҙ протоколға: 1) Бүрене үҙебеҙҙең урманға индерергә. 2) Анау аҡландан ер бирергә. Әйҙә рәхәтләнһен үҫтереп йәшелсәләрен. Бер аҡлан ер йәлме ни?!
Бөтәһе лә риза булған, тик берәүһе генә ҡаршы төшкән.
– Ҡасан бүренең ҡуянға дуҫ булғанын күргәнегеҙ бар? Күрә тороп бүре ауыҙына керәһегеҙ бит, – тигән ул ҡәрҙәштәренең алданғанын күреп.
Юҡ, береһе лә тыңламаған. Етмәһә, бер аҡыллы башы:
– Ҡыуығыҙ үҙен урмандан. Бында ҡотҡо таратмаһын, – тип ҡысҡырған.
– Юҡ, уны былай ғына ҡалдырырға ярамай, – тигән икенсеһе, – ул беҙҙең ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡты емерергә теләне. Уны бүре ихтыярына бирәйек.
Бүре һүҙ алған:
–Рәхмәт, ҡуянҡайҙарым, ысынлап та, тарихи дуҫлыҡты боҙорға теләүсе был баш-баштаҡҡа үҙем хөкөм сығарырмын.
Теге һүҙ көрәштереүсе ҡуянды бөтәһе лә бүрегә бирергә тигән ҡарар сығарған. Йәлләүселәр ҙә булған арала, әммә улар ҡурҡышып ултырған.
Шулай ваҡыт үткән. Бүре үҙе янына төлкөнө лә алған. Икәүләшеп көн дә ҡуян ите ашай-ашай ғүмер иткәндәр былар. Ҡуяндар тырым-тыраҡай төрлө ергә сабышалар, ти. Әммә уларҙы йыртҡыстарҙың хәйләһе һәр ваҡыт тота икән.
Шуның менән әкиәтем тамам, ә һеҙгә әйтер һүҙем ошо:
Был әкиәттең асылы шунда:
Булмағыҙсы ҡуяндар ише.
Бөгөн тыуған еркәйеңде
һатып,
Ҡуян хәленә төшмә, Кеше!
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.