+15 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
14 Февраля 2023, 08:00

"Шулай, әсәй, любовь - зла..."

Бөгөн Ғашиҡтар көнө икән... дәбаһа. Йәштәр шаулап ята бит таңдан. Яратышалар, тимәк. Тимәк, мөхәббәт бар. Бер-береһен ҡыуандыра беләләр. Ҡайҙан килә һуң ул яратыу? Беҙҙең организм шундай ҡыҙыҡ бер система ул, унда секунд эсендә лә әллә күпме химик реакциялар тыуа. Серотонин, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр гормондары эшләнеп сығыу арҡылы кешеләр бер-береһенә тән тартыуын тоя.

"Шулай, әсәй, любовь - зла...""Шулай, әсәй, любовь - зла..."
"Шулай, әсәй, любовь - зла..."
Тик был хайуандар донъяһында ла шулай. Ә бит кеше ағзаларҙан тыш аң менән дә бүләкләнгән йән эйәһе. Тимәк, яратыу, бер-береңә билдәле булмаған тойғолар аша бәйләнеү, аң кимәленән килә. Бында организмда барған бөтөн төрлө реакциялар ҙа ҡушылып, һәр кемдең үҙенә генә хас булған хистәр формулаһын барлыҡҡа килтерә. Бер кемдең дә яратыуы икенсенекенә оҡшамай. Һәр кемдә үҙ эмоциялар көлтәһе һәм сағыулығы. Кемдер көнләшеп ярата, кемдер алыҫтан да ғашиҡ булып йөрөүгә риза. Берәүҙәр туҡмалғанда ла йәбешеп ятып һөйә, икенселәр ҡырын ҡарашҡа ла үпкәләп китә лә, һағынып интегә. Берәүҙәр яратҡанын ҡәҙерләй белә, берәүҙәр әпәүләп кенә тота. Була тигеҙ хөрмәт менән йәшәүселәр ҙә. Була эгостик яратыу ҡорбандары ла. Һәр кемдә, һәр ике әҙәм араһында яратыу төрлөсә – беләһегеҙ. Тормош һәм кешеләр үҙҙәре идеальный булмаған кеүек, уларҙың яратыуҙары ла идеальный булмай (китапта ғына яҙам ул мин ундайҙы😃🙊. Һәм ана шул яратыу кешеләрҙең парлашыуының, ғаилә ҡороуының һәм хатта йөҙ төрлө башҡа ваҡиғалары һәм проблемаларының да нигеҙе ул. Донъяны хәрәкәт иттереүсе ул ғашиҡтар, сәнғәт тыуҙырыусылар.

❤Ошонда атайым менән әсәйемде иҫләйем әле. Улар араһында ла ябай аҡыл менән аңлап булмаҫлыҡ яратыу хистәре булды бит инде. Ҡалала йәшәгән мәлдәре ине. Бишенсе ҡатта икеһе генә ултыра, лифт юҡ, артыҡ тышҡа ла сыҡмайҙар. Беҙ төшкө аш мәлендә, кистәрен йүгереп инеп йөрөйбөҙ. Бер мәл әсәйем шыбырлап ҡына шылтырата:
--Атайың телевизор ҡаратмай.
--Ни эшләп? - тием.
--Көнләшә. Унда икенсе ирҙәр бар, тип әйтә.😳
Надо же, тип уйлайым, халыҡ һикһәнде ваҡлай.
Барҙым хәҙер. Ипләп кенә пультты эҙләйем - юҡ. Телевизор токтан һурып уҡ ҡуйылған. Тоташтырҙым. Яндырҙым. Атайым балконға сығып уҡ киткәйне, артынан сыҡтым.
--Нимәгә улайтаһың, атай? Телевизорһыҙ ҙа күңелһеҙ була бит, - тием.
Был өндәшмәй. Ишетмәмешкә һалышып тора бирә. Мин һөжүмгә күсәм, хәҙер:
--Улайтһаң, әсәйҙе үҙемә алып китәм.
--Юҡ.
--Юҡ булғас, юҡ менән ҡаңғыртма һуң. Телевизорҙан ни зыян бар? Ул бит әллә нимә ҡарамай, здоровье, космос тапшырыуҙарын ярата, советский киноларҙы. Как можно улай көнсөл булырға, уй, Аллам...
--Мин бит яратҡанға көнләшәм🥺. Яратмаһам...
Көлмәнем. Атайымды арҡаһынан һөйөп алдым да, инеп киттем. Ингәс әсәйемдән көлдөм:
--Бабайың һине ныҡ ярата, шуға шулайта. Так что, иң мөһим тапшырыуҙарыңды ғына ҡарайһың. Шулай, әсәй, любовь - зла😅

Күрәһегеҙ, яратыуҙың ошондай төрө лә була.


❤Ғашиҡтар көнө менән!
 
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
 
Автор:
Читайте нас