+22 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
15 Февраля 2023, 06:00

Йәшәгән, ти, ике ҡаҙ...

Силәбе ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә һин дә мин йәшәп ятыусы ике ҡаҙ күршеләрен ҡотҡоға һалған. Баҡтиһәң, ошо ҡошҡайҙар арҡаһында йортто сысҡандар, тараҡандар баҫҡан.

Йәшәгән, ти, ике ҡаҙ...Йәшәгән, ти, ике ҡаҙ...
Йәшәгән, ти, ике ҡаҙ...

Маша менән Яша исемле ҡаҙҙар йылытыу батареяларын томшоҡтары менән суҡып, йортта йәшәүселәргә көн күрһәтмәй икән. Был “ҡош ферма”һын өс бүлмәле фатирында Антон исемле бер ир ойошторған.

Ҡороғорвирус мәлендә индерелгән изоляция мәлендә ул бала сағында урам буйлап, ялан аяҡ күрше ҡаҙҙарын ҡыуып йөрөткән миҙгелдәрен йыш иҫенә төшөргән. Ҡалғаны ир өсөн барыһы ла томанда кеүек... Һөҙөмтәлә, өйөндә ферма асып ебәргән. Ҡоштарға күңелһеҙ булмаһын тип, ике йорт ҡуяны ла алған.

Күршеләре полиция һәм идарасы компанияға ялыу артынан ялыу яҙғанда, Антон тағы ла амбициялыраҡ пландар менән йәшәй. Тиҙҙән ул ҡаҙҙар менән йорт ҡуяндарына иптәшкә сусҡа алырға ниәтләп тора икән...

Фото: скриншот

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас