+23 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
18 Февраля 2023, 05:00

Портфель бәләһе

(Булған хәл) Рәфис бөгөн эштән иртәрәк һыҙҙы. Ҡатыны: – Йәнекәйем, ҡыҙ­ҙарҙы балалар баҡсаһынан һин алырһың инде, бөгөн беҙҙә йыйылыш була, – тигәйне. Әлегә автобус-маҙар күренмәгәс, хә­жәте булмаһа ла, ул ҡулындағы портфелен шартлатып бер асты, бер япты, эсен­дәге әйберҙәрен барлаған булды.

Портфель бәләһеПортфель бәләһе
Портфель бәләһе

Кисә тыуған көнөнә ҡатыны бүләк ит­кәйне уны. Яҙыу-һыҙыу эше менән булашҡан кеше өсөн бигерәк йәтеш шул. Кәрәк ваҡытта ҡып итеп кенә бер яртыһын да тығып була.Ҡалай белеп алған!
Ир шулай уйлап өлгөрмәне, эргә­һенә генә, өҫтөнә менерҙәй булып үкереп килеп, машина туҡтаны. Шыж-ж-жт! Рәфис артҡа тайшанып ҡуйҙы. Моғайын, былар бандит-фәлән­дәр­ҙең ҡойроғона баҫҡандыр. Хәҙер бит шун­дайҙар менән донъя тулған. Унан ир милицио­нер­ҙар­ҙы йәлләп ҡуйҙы. Эштәре бигерәк хәүефле шул. Илдә тәртип булдырам тип сабыулап йөрөгәндә үҙҙәрен харап итеүҙәре лә бар. Рәфис алан-йолан тирә-яғы­на ҡаранды. Әҙәм ишараты күрен­мәйсе. Ул арала ике милиционер тейен тиҙлегендә йылп итеп уның ҡар­шыһына килеп тә баҫты. Үҙҙәре йәш кенә булһа ла, ҡараштары уҫал.
– Гражданин, был портфелде ҡай­ҙан сәлдерҙең? – Уларҙың тәүге һорауы шул булды.
Ир ғәжәпләнеүҙән бер килке баҙап ҡалды. Унан телен көскә әйләндереп:
– Ниш-иш-ләп урлайым, ти. Үҙем­деке! – тип әйтә алды.
– Күрәләтә кемде алдарға уйлаһың һин, ана, күҙҙәрең һөйләп тора. –Давай чегын күрһәт! – Сиртһәң, би­тенән ҡаны атылырҙай тулы, ҡыҙарып бешкән помидор кеүек битлеһенең тауышы зәһәр яңғыраны.
– Әллә ҡасан алған нәмәнең чегын ҡайҙан алайым!
Тәртип һаҡсыларының төпөшө­рә­ге, бушлаты бөгәренән төшөп тор­ға­ны, бигерәк тә ҡыйыу икән, осоп-ҡунып бара:
– Әле һин шулаймы, ҡорот­ҡос! – тип, ауыҙын мыҫҡыллы ҡый­шай­тып, үҙенән ике башҡа оҙон Рә­фистең танауы осонда таяғын бейетте. – Ошоноң менән берҙе яма­һам, бер ҡайҙа ла бармаҫһың, әйтер­һең! – Әйҙә, үҙең менән махсус урын­ға барып һөйләшмәйсә булмаҫ. – Ми­лиционерҙар ирҙе иңе­нән тотоп, ма­ши­наға елтерәтте.
– Егеттәр, миңә балалар баҡса­һы­нан ҡыҙ­ҙарымды алырға кәрәк. –Рәфисте улар ишетергә лә теләмәне.
– Сәбәләнмә, атлауыңды бел.
Рәфис:
– Әтеүһә, ҡатынға ғына хәбәр итә­йем, – тип кеҫәһенә тығылыуға баяғы төпөшө уның телефонын үҙе үк эләктерә һалып, һүндереп тә ҡуйҙы.
– Никакой һөйләшеү! Һеҙҙең кеүек­тәрҙе күп күргән! Таныш-тоноштары­ғыҙ арҡаһында тиҙ генә ҡотолмаҡсы булаһыңмы? Не выйдет! Уғрылар үҙ язаһын алырға тейеш...
Милиция бүлегенә тиҙ килеп ет­теләр. Унда йәнә һорау алыуҙар баш­ланды.
– Һин бит эскәнһең, ана, күҙҙәрең ҡып-ҡыҙыл. А ну-ка, өр әле!
– Юҡ, егеттәр, бер тамсы ла эс­мәнем.
– Документтарыңды күрһәт!
Ир эш урынында бирелгән таныт­ма­һын сығарып һоноуға, милицио­нер­ҙар ижекләп тигәндәй алмаш-ти­лмәш ундағы яҙыуҙы уҡый башланы.
– Юҡ, был бер ниндәй ҙә документ түгел. Кәрәк икән, мин бындай ҡа­тырға ишаратын бынаулай эшләтеп алам. – Баяғы төпөшө баш бармағы менән муйынын һыҙып күрһәтте. – Паспортыңды сығар!
Ир йәнә кеҫәләрен, портфелен ҡа­бат-ҡабат ҡапшаны. Әмәлгә ҡал­ған­дай паспорты өйҙә ҡалғайны шул.
– Күрһәтергә теләмәйһең инде. Ысын йөҙөң асылыр тип шөрләйһең иңде. Ничего-о-о, беҙ үҙебеҙ ҙә та­бырбыҙ. – Таҙа кәүҙәлеһе Рәфистең барлыҡ кеҫәләрен тентене. Унан портфелен асып, барлыҡ ҡағыҙҙарҙы өҫтәлгә һелкте.
– Паспортың ғына түгел, һинең пропискаң да юҡтыр әле. Мужыт һин эҙ яҙлыҡтырыу өсөн әл­лә ҡайҙан ҡасып килгән бандиттыр. Бер ҙә беҙ­ҙең халыҡҡа тартма­ғанһың. Хә­ҙер һине та­ба­быҙ. – Төпөшө ком­пью­­терға текәлде.
– Фамилияң, исемең, йәшәгән урының, ҡайҙа эшләйһең?
Рәфис ҡайтанан туҡ­та­лышҡа ың­ғайлағанда төн уртаһы яҡынлаш­ҡайны. Был юлы ул яңы портфеленә түгел, тәр­тип һаҡсылары ҡулынан имен-аман ҡотолға­ны­на ҡыуана ине.

Венер ИСХАКОВ.

Фото: YouTube

Автор:
Читайте нас