+17 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
20 Февраля 2023, 06:00

Битһеҙ

Сафура ханым автобусҡа инеп йәтеш­ләп кенә ҡунаҡланы ла өҫтөндәге затлы кос­тюмына күҙ һалды. Хәжәте булмаһа ла, уның еңдәрен рәт­ләне, үҙен-үҙе һый­паштырҙы. “Бигерәк ҡупшы шул, эшенә бар­ғас, ҡалай матур, булған да, ҡалай матур тип иҫтәре китә инде”, – тип уйланы тәккәбер ҡа­тын. Кисә генә иң ҡиммәтле бутиктан алғайны ул.

БитһеҙБитһеҙ
Битһеҙ

Алды тип әйтеүе генә рәхәт. Уның өсөн аҙна буйы баш ҡала урамдарын ҡыҙырып, йәне ҡалманы. Магазин тулы буйтым әйбер булһа ла, эҙләй башлаһаң, йүнле генәһен табырмын тимә.
Бараһы юл шаҡтай ғына йыраҡ. Ҡатын ке­ҫәһенән һағыҙын килтереп сығарҙы ла ҡағы­ҙын ултырғыс аҫтына быраҡтыр­ҙы. Унан ауыҙын былай киршәләп, тегеләй киршәләп, ләззәт­лә­неп китеп һағыҙ сәйнәргә тотондо. Шап-шоп, сәрт-сөрт, ауҙынан шап итеп өрөп сыға­рып, ҡыуыҡ итеп тә ҡабартты.
– “Матбуғат йорто” туҡталышы. –Шо­ферҙың шулай тип әйтеүенә Сафура һиҫкәнеп китте. Бәй, төрлө уйҙарға батып, үҙенең туҡта­лышына килеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалғансы. Бына һан­тый. Ҡатын инде ҡуҙғалайым тип ҡал­ҡы­ныуға, итә­генән әллә кем тартҡан һымаҡ булды. Кем былай шаяра? Танышы-фәлән кү­ренмәй инесе. Моғайын, берәй ир ишараты шулай ҡы­ла­на­­лыр. Артта ултырған бер хәс­трүш кер­гәндә үк күҙен ата бесәй кеүек майландырып, ти­шер­ҙәй булып бәзерәйеп ултыра ине. Ҡатын шулай уйлай-уйлай артына боро­лоу­ға, итә­ге­нең осо ултырғастағы һағыҙға ҡуша йә­бешкәнен күреп, сарылдап ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ужас!
Әле генә йылмайып ултырған ҡатындың йөҙө был мәлдә ҡорбанын өҙгөсләргә әҙер­ләнгән ҡарсығаны хәтерләтә ине. Ул оса-ҡуна шоферға ташланды.
– Битһеҙ, ҡайырып аҡсаһын алырға белһәгеҙ ҙә, шул автобусығыҙҙы ҡарап йөрөтә алмай­һығыҙмы ни! Ниндәй костюмымды харап итте­геҙ. – Ханым яр­һығандан-ярһыны. Шофер­ға ауыҙ асырға ла ирек бирмәне.
– Мин һеҙҙе былай ғына ҡалдырыр тип уйламағыҙ, судҡа бирәм, түләтәм. Түләтәм, судҡа бирәм. Битһеҙ!
Кейеменә үҙенең һағыҙы йәбешкәнен ҡатын әллә белмәне, әллә белеп тә яһиллығына барҙы...

И. ҒАФУРОВ.

Автор:
Читайте нас