

Ошо ваҡытта уны ситтән берәй танышы күреп ҡалһа, бының мейеһе сәпсим шыла башлаған, ахырыһы, тип уйлаясағы көн кеүек асыҡ. Бының үҙ сәбәбе лә бар шул: биш йыл буйы һиңмайға әйләнә яҙып уҡығандың емешен күрер көн етте –ҡулына инженер дипломы алды. Икенсенәнме, кеҫәһендә “Заводҡа бөгөндән инженерҙар талап ителә” тип иғлан яҙылған кескәй генә гәзит киҫәге ята. Бынау заманда эш табыуҙары, ай-һай. Хатта иҙән йыуғысын да урамдан килеп ингән йыйын әтрәғәләмгә тәтетеп бармайҙар...
Кадрҙар бүлегендә өҫтәл артында йыуантаҡ кәүҙәле, таушалып бөткән кәстүм кейгән, аҡшайып торған ҡыҙыл галстук таҡҡан, шул муйынсаҡ төйөнө кеүек суҡмар танаулы, өлкәнерәк йәштәрҙәге ир-уҙаман йоҡомһорап ултыра ине. Ул Мәсғүткә, аҙашып килеп сыҡтыңмы әллә, тигәндәй, бер килке аптырап ҡарап торҙо. Унан ни хәстәр менән йөрөүен ишеткәс, һары, эре тешле ауыҙын ҙур итеп асып иҫнәп алды ла:
– Быйыл ғына университет тамамланым, тиһең инде, ә? –тип ҡабатлап һораны.
–Эйе!
– Ғәфү итегеҙ, дипломығыҙҙы күрһәтегеҙ әле.
Мәсғүт портфеленән ҙур кинәнес менән юғары белем алыуы тураһындағы дүкәминтен сығарып һондо.
–Бына!
Теге йыуантаҡ дипломды тегеләй әйләндерҙе, былай әйләндерҙе лә:
– Ҡыҙыл дипломға бөттөм тиһең инде. Бик шәп, бик хуп, – тине. Унан һорауҙарын теҙә башланы.
– Ғәфү итегеҙ, ниндәй һөнәрҙәрегеҙ бар?
Мәсғүт баҙап ҡалды ла күҙен таҫырайтты:
–Нисек инде, ниндәй һөнәр, инженер инде.
–Уныһын беләм дә, йәғни, мәҫәлән, йырлай беләһеңме тип һорауым.
– Юҡ, юҡ, ғүмере йырлағаным юҡ.
Унан ир бармаҡтарын шартлата-шартлата:
– Бәлки, бейеүгә оҫтаһыңдыр? – тине.
– Ю-ю-ҡ!
– Улайһа, матур итеп һүрәт төшөрәһеңдер?
– Хоҙай уныһынан дә мәхрүм иткән.
– Может, фокус-мокус күрһәтә беләһеңдер?
–Юҡ.
– Берәй төрлө спорт буйынса, бәлки, разрядығыҙ барҙыр?
Һорауҙарына гелән генә “юҡ” тигәнде ишеткән начальник, ауыҙын салышайтып, мыҫҡыллы йылмайҙы.
–Юҡ, юҡ, – тине ул битен сирыштырып, – бына нәмә, ҡустым, – ғәфү ит, һине бер нисек тә беҙҙең коллективҡа бара торған кеше итеп күрмәйем. Беҙгә төрлө яҡлап талантлы, заводтың шөһрәтен яҡларҙай кешеләр кәрәк. Ә бының өсөн бер диплом ғына аҙ, аҙ ғына түгел, ә пүстәк. Ана, ай һайын тигәндәй төрлө йыр, бейеү конкурстары, төрлө спорт ярыштары тыпылдап үткәрелеп тора. Шунда барып, еңеп ҡайтырҙай хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Ә һеҙ... Ғәфү итегеҙ.
Венер ИСХАҠОВ.