+7 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
13 Марта 2023, 07:00

Шешә һәм кинескоптарҙан һалынған йорт

Өфөлө Салауат Ғилманов ҡул аҫтындағы материалдарҙан ике ҡатлы йорт төҙөгән. Был хаҡта кисә НТВ-лағы  «Йондоҙҙар бергә осрашты» тапшырыуында күрһәттеләр. Салауат ҡатыны Наталья менән йорт төҙөүҙә иҫке телевизор кинескоптарын һәм быяла шешәләр ҡуллана.

Шешә һәм кинескоптарҙан һалынған йортШешә һәм кинескоптарҙан һалынған йорт
Шешә һәм кинескоптарҙан һалынған йорт

Оҫта әйтеүенсә, был уй уға ҡапыл килә. Тәүҙә ул буласаҡ йорҡа фундамент эшләп ҡуя.  2001 йылдағы көслө ташҡын арҡаһында, эргәләрендә урынлашҡан ҡомбинаттан төҙөлөш материалдары, фанерҙар, шпалдар аға башлай. Форсаттан файҙаланып, Салауат уларҙы ҡуллана.

Дөйөм майҙаны 120-130 квадрат метрлыҡ ике ҡатлы йортта өс бүлмә һәм подвал урынлашҡан. Уны төҙөүгә 2-3 йыл киткән, барлығы 5 мең һум аҡса тотонғандар. Егерме йыл йәшәгән йорттарында уларға уңайлы һәм рәхәт тип ышандыралар.

Тапшырыуҙа ҡатнашыусы инженер Сергей Бакин, үҙ сиратында, кинескоптарҙың утилләштерелергә тейешлеген билдәләне, сөнки уларҙа токсиндар һәм ауыр металдар бик күп. «Улар ауыр сир, яман шеш ауырыуҙары килтереп сығарырға мөмкин», – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бындай йортта йәшәү бик хәүефле, тине.

Йорт хужалары Бакинды тынысландырырға ашыҡты, улар менән барыһы ла яҡшы, ә бөтә материалдар, шул иҫәптән кинескоптар эшкәртелгән, «марганцовка менән йыуғандар». Сергей Бакин шешәне төҙөлөш материалы сифатында файҙаланырға ярамай һәм кеше йәшәгән бина өсөн шпалдар ғөмүмән ҡулай түгел. Улар креозот менән эшкәртелгән, ә был ағыу. Креозот тын алыу һәм нервы системалары ауырыуҙарын тыуҙыра, шулай уҡ онкологияға килтерә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ә Ғилмановтар инженерҙың һүҙҙәренә әллә ни ҡолаҡ та һалманы, шикелле, 20 йыл йәшәгән йорттарында тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә ниәтләй. Афариндар!

Фото: скриншот

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас