

Ҡайһы берәүҙәр был эште мәшәҡәтле эш, тип һанай. Бер ауырлығы ла юҡ. Отошлораҡ та була әле. Миҫалға, ваҡ һуғанды (севок) ҡыш буйы һаҡлағанда, ул кибә, серей.
Һуған үҫентеһен ултыртыу тәртибе былай: тәүҙә түтәлдә канауҙар яһап, әҙер һуған үҫентеһен теҙеп сығаһың, тупраҡ менән тамырын ҡаплағыҙ. Һыу һипһәң, икенсе көнө үк йәнләнеп китәләр. Көҙгә тиклем эргә-тирәләге ерен асмағыҙ, матур, эре итеп үҫәсәктәр. “Эскибишен” тигән баллы һуған орлоғо был ысул өсөн иң ҡулайлыһы.
Фото: zagotovkinazimu.ru