+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
21 Март 2023, 15:00

Тәзкирә

Әхирәтем Тәзкирәгә әллә ни булды: күңелһеҙ генә йөрөй, ашауының да рәте юҡ, йүнләп йоҡлай алмай. Ә бер көндө бүлмәгә төҫө ҡасып килеп инде. Үҙе нишләргә белмәй. Күҙҙәре яна. Аптырап ҡалдым.– Нимә булды?

Тәзкирә
Тәзкирә

Ул һорағанды ғына көтөп торғандай:
– Бөттөм, бөттөм генә, әхирәт. Беләһеңме, Таһирға блондинкалар оҡшай икән. Нишләйем хәҙер? Cәсте иртәгә үк буятам.
Мин тамам аптырап:
– Тәзкирә, туҡта әле, ҡайҙан беләһең? – тинем.
Ул илай уҡ башланы:
– Үҙе әйтте, үҙе. Һин, ти, бындай ҡыҙ түгел, һин “отсталый”, ти. Сәсең ҡара, өҫтөңдә лә иҫкесә кейем. Хәҙер ҡыҙҙар “лосина, юбка-брюки” кейәләр, ти. Бәлки, һиңә барыберҙер, тышҡы ҡиәфәтең ҡыҙыҡһын­дыр­май­ҙыр, ти. – Тәзкирә сәсмәй-түкмәй Таһирҙың һүҙҙәрен әйтеп бирҙе. Мин дә эштең ниҙә икәнен аңлай яҙҙым. Егет, шуҡ кешелер, моғайын. Шаяртҡан инде ул. Тәзкирә – сибәрҙәрҙең дә сибәре. Уға буяу ҙа, “лосина” ла кәрәкмәй. Сәсе оҙон, күҙҙәре зәп-зәңгәр. Ул ирендәре! Тик аяҡтары ғына әҙерәк кәкерерәк, шуға ул гел оҙон итәкле күлдәк кейә.
– Бәй, Тәзкирә, һин былай ҙа бик һылыуһың, матур кейенәһең, бындай егет ниңә кәрәк, ташла һин уны, – тинем.
Ә ул бөтөнләй шашҡан кеше кеүек:
– Юҡ, һин нимә? Унан башҡа миңә тормош юҡ. Буятам сәсте, лосина кейәм, аяҡҡа – бейек үксәле туфли. Күрһәтәм күрмәгәнен...
Икенсе көндө әхирәтем эшкә лә барманы, рөхсәт менән көн алып, үҙенең тышҡы ҡиәфәтен рәткә килтерҙе: бөҙрәханаға барып, бөртөгөнә тиклем сәсен буятты. Аҙаҡҡы аҡсаһына үксәле туфли һатып алды, лосиналы ла булды. Шулай итеп, Тәзкирәбеҙ кейенеп-яһанып, ҡара күҙлек эләктереп алғайны, ып-ысын интердевочка булды ла ҡуйҙы бит, әй. Үҙем дә, уны күргәс йығылып китә яҙҙым.
Сәғәт самаһы үткәс, бик сәйер хәл булды. Ишек шаҡығанға асһам, бер егет баҫып тора.
– Тәзкирә өйҙәме? – ти был.
Үҙе матур ғына, аҡыллыға ла оҡшаған. Арлы-бирле уйлап торманым:
– Һеҙҙең янға китте бит ул, – тинем.
Егет ҡысҡырып көлдө лә, эскә үтеп һөйләй башланы:
– Шулай паркта Тәзкирәне көтөп ултырам. Ярты сәғәт үтте, ә ул юҡ. Өмөтөмдө өҙөп, китергә генә тора инем, ҡаршыма бер “шикарный” ҡыҙ килмәһенме! Үҙе блондинка, сибәр генә, оҙон. Муйыныма килеп аҫылынды, ла: “Куда пойдём?” – ти. – Таһир көлөп ҡуйҙы ла һүҙен дауам итте:
– Минең ҡотом осто, һөйгәнем килеп сыҡһа, үлтерер тип, ипләп кенә ҡулдарын муйынымдан алып, һыҙыу яғын ҡараным.

Гөлназ МУЛЛАҒӘЛИЕВА.

Фото: www.freelancer.com.ru

Автор:
Читайте нас: