+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
23 Март 2023, 12:00

Хакер

Тәү тапҡыр сви­даниеға ба­рырға һүҙ ҡу­йыштым тәки. Ҡы­ҙыҡай ҙа, ғәжә­бемә, һис тә ҡаршылаш­маны. Юғиһә, күптәр тик виртуаль ара­лашыуҙы ғына хуп күрә. Бәлки, шулай еңелерәктер ҙә – бер ниндәй яуаплылыҡ алмайһың бит. Әҙ генә берәй нәмәһе оҡ­шаманымы, бәйләнеште өҙә­һең дә ҡуяһың. Рәхәт!

Хакер
Хакер

Туҡта! Хәҙер мин ни эшләргә тейешмен? Тәжрибәһеҙлек ҡур­ҡы­та икән, малай. Сәсте ипләп тарарға, матур итеп кейенергә кәрәк. Тәк, галстугын да эләк­тереп ебәрһәм... Киноларҙа күр­һәткәнсә, көҙгө алдында оҙаҡ ҡына тороп, ни әйтеремде күҙ алдына килтереп, улай-былай борғоланып ҡыланып алдым. Бер тапҡыр ҙа ҡулланылмаған хуш еҫле одеколонымды ла яғырға онотманым. Урын-еренә еткер­ҙем шикелле. Ҡара, сәпсим ыҫ­пай, һоҡ­ланғыс кешегә әүе­рел­дем дә ҡуйҙым даһа!
– Атай-әсәй, мин йөрөп киләм!
– Эй, улым, ҡайҙа бараһың кис менән? – Улар компьютерҙан күҙ­ҙәрен алмай ғына хафаланды.
Аптырамағыҙ, минең атай-әсәйем – шәп программистар! Бала саҡтан мине лә компьютер менән идара итергә өйрәттеләр. Шулай итеп, үҫеп еткәс, мин уларҙың артынан эйәрҙем: хәҙер мин – хакер.
Ваҡыт туҡтауһыҙ аға. Инде йәшем дә егерменән ашып китте. Ә мин һаман уҡып ҡайтам да компьютерға йомолам. Бер мәл башты ҡалҡытып тирә-яғыма әй­ләнеп ҡараһам... Бына һиңә мә! Күп йәштәштәрем ғаилә ҡорған, ҡайһыларының бә­пестә­ре тыуып өлгөргән.
Ошоларҙы уйлап, тейешле урынға килеп торҙом. Бер кем юҡ. Мыш­каның “икеләтә тиҙ­лек” кнопкаһына баҫырға кә­рәк: йәһәтерәк килһен ине ул ҡыҙы­ҡай. Юҡһа, Сtrl+Z – отмена, ҡай­там да китәм. Тышта һыуыҡ. Тағы уйҙар менән онотолам. Быға тиклем бер борсолоуһыҙ йәшәгән бул­ғанмын. Етеш донъя ла, әгәр тулы, реаль тормошоң бул­маһа, күңелгә тыныслыҡ бирә алмай икән. Башҡаларҙың яҙмы­шынан ҡайһы бер өлөштәрен Сtrl+С (бәлки, хатта Сtrl+Х) менән алып ҡына үҙ яҙмышыма, Сtrl+V кнопкаларына баҫыу менән, күсереп ҡуяһы ине...
– Исмаһам, сәскә лә алып кил­мәгән...– Артымда ҡыҙҙың тауышын ишетәм.
– Һин?..– Боролдом да, ҡапыл ҡайһы кнопкаға баҫырға онот­ҡандай, ни әйтергә белмәй аптырап ҡалдым.
– Мин!.. – Оялсан күҙҙәрен һы­лыу­ҡай аҫҡа йәшерҙе.
Битемә ҡыҙыллыҡ йүгергәнен тоям. Ни булды был? NFS-тың бөтә кимәлдәрен үтеп, тағы төрлө сайт-программаларҙы взламывать итә алған егет ошо сибек нескә ҡыҙыҡай алдында ебеп ҡалдымы ни? Йөрәк дар­ҫ­лап тибә, аяҡ быуындары ҡал­ты­рай.
– Әйҙә, кафеға инеп, сәй эсеп сығабыҙ, – тип тәҡдим итте ҡыҙыҡай.
Тыңлаусан бала шикелле эйә­рәм артынан.
– Һин әллә һөйләшеү һәләтен юғалттың инде? – тип йылмая ул, өҫтәл артына ултырғас.
Ни тип яуап ҡайтарырға белмәй, сәй һемергән булам.
– Йөрөгән ҡыҙың булманымы ни? – Һаман ныҡыша бирә.
Ғәйепле эш өҫтөндә тотол­ғандай, ҡыҙарынып-бүртенеп, башымды һелкәм.
– Бына нимәлә сәбәп! – Ҙур асыш эшләгәндәй сабый кеүек көлөп, сә­пәкәйләп ебәрҙе ҡыҙ. – Оҙаҡ ултыр компьютер артында – бөтөнләй тор­мошҡа яраҡһыҙ булып ҡалырһың.
Телемде тешләйем. Сtrl+Alt+Del – ябырға кәрәк был программаны. Ныҡ тулҡынланыуҙан тирләп-бешеп сыҡ­тым. Ҡыҙыҡай әллә ниҙәр һөйләй, ә мин ишет­мәйем. Күҙҙәренә инеп батҡан­мын. Уйнап, балҡып торған күҙ­­ҙәр. Ә минеке... Бер нөктәгә тө­бә­лә лә төҫһөҙләнә...
– Бәй, ике сәғәт үтеп киткән, миңә ҡайтырға ваҡыт, – ҡыҙыҡай ҡал­ҡын­ды. – Иртәгә осрашырға ваҡытың бул­амы?
Үҙе яуапты ла көтмәй:
– Сәғәт етелә паркта, йәме? Мин һине реаль тормошҡа ҡай­тарам, – ти­не лә битемдән үбеп, сығып йү­герҙе.
Бит алмамды тотоп ултырып ҡал­дым. Шаңҡығайным, нисек өйгә ҡайтып ингәнемде хәтер­ләмәйем. Һаман тоҡанған килеш ултырған компьютерҙы һүндереп ҡуйҙым. Карауатҡа ауҙым. Нин­дәй һылыу ҡыҙ! Ниңә ҡыҙ ғына тием әле, исеме бар ҙаһа – Гөлнәзирә. Минең Гөл­нәзи­рәм!..
– Балам, әллә ауырып кит­теңме? – әсәйем борсоулы ҡара­шын миңә төбәгән.
– Киреһенсә, йүнәлдем, – тип тәҙрә яғына боролоп яттым.

Фәиз ХАРРАСОВ.

Автор:
Читайте нас: