

Кемелер “йоҡлай”, кемелер тәҙрәгә ҡарап тәрән уйға талған. Шул саҡ Сәлимйән ағай йәнәшәһендә ҡолағына наушник ҡуйып, музыка тыңлап килгән үҫмерҙән:
–Улым, ниндәй йыр тыңлайһың ул? – тип һорай.
– Әлләсе, белмәйем, –тип яуаплай малай.
– Нисек инде белмәйһең?
– Инглизсә бит ул.
Сәлимйән ағай:
–Ҡана үҙем тыңлап ҡарайым әле, – ти ҙә наушникты алып ҡолағына ҡуя һәм бер аҙҙан былай ти:
–Уй-й, афарин улым, бик шәп йыр тыңлайһың да ул, мәғәнәһе бигерәк ҙур. Былай булғас, һинән ҙур кеше сығасаҡ.
Малай күҙҙәрен ҙур асып:
–Ысынмы-ы-ы? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡала. – Нимә тураһында һуң? Сәлимйән Ялал улы малайҙың күҙҙәренә тура ҡарап:
– Автобуста килгән саҡта
Ҡара алдыңа, артҡа.
Ҡыйын булһа ла урын бир,
Эргәңдә торған ҡартҡа, - тип йырлана улым.
Үҫмер өндәшмәй генә урынынан тороп баҫа.
Ярҙам
Сәлимйән Ялал улы бер мәктәптә башланғыс кластағы дәрескә инеп ултыра. Уҡытыусы таҡтаға 25–75=100 тип яҙып ҡуйғас, ул хатаны аңғартырға теләп, ҡулын күтәреп-күтәреп ала. Әммә йәш кенә уҡытыусы уға иғтибар итмәй ҙә ҡуя. Ярай әле шул саҡ уның эргәһендә ултырған малай ярҙамға килә:
– Апай, апай, бынау ағай бик ҡыҫталған бит, –ти ул.
В. ХАЖИЕВ