+17 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
25 Марта 2023, 10:00

Унда күҙ күрер әле

Аталлы-уллы икәү йылғаның арғы яғына кәмәлә сығып баралар. Йылға уртаһына етеп тә өлгөрмәйҙәр, дауыл күтәрелә һәм кәмәне тегеләй ҙә былай ҙа сайҡалдыра башлай. Шөр ебәргән ҡарт Аллаға ялбарырға тотона:

Добавить в предпочтительные источники Google
Унда күҙ күрер әлеУнда күҙ күрер әле
Унда күҙ күрер әле

–Эй, раббым, ҡөҙрәтең киң. Әгәр беҙҙе был бәләнән ҡотҡарып, яр буйына сығарһаң, үҙеңә атап ун һарыҡ һуйыр инем, – тигән.
Малайы аптырай:
–Атай, беҙҙең ул сама һарығыбыҙ юҡ та инде.
–Сеү, һантый, күп шапылдама, сығарып ҡына еткерһен, унда күҙ күрер әле, – тигән ҡарт.

Авторитетты төшөрмә

Сәйфи ағай йыйылыштан кәйефе ҡырылып, бик борсолоп ҡайтҡан. Быға ҡатыны ҡайғырып, ирен ҡыҙғанып, кәңәш бирергә тотонған:
–Һин хәҙер йәш кеше түгел бит, төкөрөп бир барыһына! Юҡ-барға ҡаныңды боҙорға ни, нимә генә тиһәләр ҙә , иҫең китмәһен, өндәшмәй ҡал.
Ире быға яуабын да әйткән:
–Бер ҙә генә ирешәһе түгел ине лә, һиңә әйтәм, үҙҙәре ҡанға тоҙ һалалар. “Ҡатының һымаҡ һин дә гел генә туҙға яҙмағанды лығырҙайһың”, –тип тәҡәтте ҡороталар.
Быны ишеткәс, ҡатын нишләргә белмәйсә, бәрелә-һуғыла ҡысҡырырға тотонған:
–Ҡара әле, ҡара йөҙҙәр, шулай тиҙәрме? Минең яманатты һаталармы ни? Улай булғас, әрләшеү генә түгел, боғаҙҙарына йәбеш, сәйнә, әммә ләкин ҡатыныңдың авторитетын төшөрттөрмә!

 

Автор:
Читайте нас