

Шуныһын әйтергә кәрәк, ул баш бухгалтерға ҡараш та ташламаны.
– Мин. Үҙе. Шул. Хәтерем минең яҡшы. Мин быны яҡшы хәтерләйем. Мин баш бухгалтер, – тине баш бухгалтер.
– Килдең булып сыға.
– Нәҡ шулай килеп сыға.
– Эшегеҙҙе яҡшы беләһегеҙме?
– Камил. Плюс бишлегә. Нисек белмәҫкә? Егерме дүрт йыл тырыш хеҙмәт иттем. Күп грамоталар бирҙеләр.
– Икене икегә ҡушҡас, күпме була?
– Дүрт, – тине ныҡ аптыраған баш бухгалтер.
Уның йөҙөнә сәйерһенеү билдәһе сыҡҡан ине. Был уның ҡаршыһына ҡуйылған математик проблеманың ябай булғанынандыр инде. Ысынлап та, бындай һорауҙарҙы беренсе класс балаларына бирәләр, уларға ла уҡыу йылының беренсе яртыһында.
– Улай икән. Дүрт тиһең инде. Дүрт, тимәк. Һеҙ бында эшләй алырлыҡ кеше түгел. Вазифағыҙға тура килмәйһегеҙ. Мин һеҙҙе эштән бушатам. Эшен белмәй, квалификацияһы тура килмәй, тип. Әгәр теләһәгеҙ, ғариза яҙығыҙ. Үҙ теләгегеҙ менән эштән сығырһығыҙ...
Бер аҙнанан яңы түрәнең ҡабул итеү бүлмәһе тулы ине. Беренсе дәғүәсе керҙе. Был пеләш башлы йыуан кеше ине. Түрә уға шул уҡ һорауҙы бирҙе:
– Икене икегә ҡабатлаһаң, күпме була?
Йыуан кеше уйға батты. «Бында ниндәйҙер сер бар», – тип уйланы ул. Дүрт икәнен ул яҡшы белә. Быны мин белгәнде лә аңлай. Тимәк, дүрт тип яуап бирергә һис ярамай. «Биш» тип әйтәйем әле. Бәлки, дөрөҫ булыр. Шулай уйлағас, ул яуап бирҙе:
– Биш.
– Һеҙ эшләй алмаҫһығыҙ, – тине түрә быға ҡаршы. – Һеҙҙең квалификация түбән.
Яңы дәғүәсе инде. Был ябыҡ кеше ине. Күҙҙәре йүгереп тора, ауыҙында йәбештереп ҡуйылған кеүек йылмайыу. Түрә унан да һораны:
– Икегә икене ҡушһаң, күпме була?
– Математика бик нескә фән, – тине ябыҡ дәғүәсе. – Математика менән шумерҙар, вавилондар, боронғо Египет кешеләре, гректар шөғөлләнгән. Алға киткән математика боронғо Ҡытайҙа, Индияла булған. Мин уларҙың ҡаҙаныштарын камил итеп үҙләштерҙем. Һеҙ биргән һорауҙың бик күп төрлө сиселеше бар.
– Икегә икене ҡабатлағас, күпме була инде? – тине тағы ла түрә.
– Ә һеҙгә күпме кәрәк икәнен әйтегеҙ. Теүәл итеп. Ҡатмарлы иҫәптәр яһап, мин дә шул уҡ яуапҡа килермен. Һеҙҙе ниндәй һан ҡыҙыҡһындыра? Шуны килтереп сығарырмын.
– Ҡабул ителдегеҙ, – тине түрә йылмайып. – Ҡотлайым һеҙҙе. Вазифағыҙҙы үтәй башлағыҙ. Һеҙҙең менән килешә алырбыҙ тип уйлайым. Бер беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлаясаҡбыҙ.
Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.